10:03 (UTC+5), 20 Марта 2017

Республикала һыу баҫыу хәүефе янағанда тиҙ хәбәр итеү системаһы булдырыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ташҡын ваҡытында халыҡҡа тиҙ хәбәр итеү системаһын булдыра. Ведомствола хәбәр итеүҙәренсә, Булгаков ауылында Өршәк йылғаһында, Өфөлә Дуҫлыҡ монументы эргәһендә — Ағиҙел йылғаһында һәм Мәләүездә күпер янында мониторинглау постары ҡуйылған. Һыу хәүефле кимәлгә етеү менән, ультратауышлы датчиктар автоматик рәүештә хәбәр итеү системаһын эшләтеп ебәрәсәк. «Датчиктарҙың күрһәткестәре махсус картала ла күренә. Ағиҙелдә һыу ташыуын онлайн күҙәтергә мөмкин», — тип билдәләнеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында.
Республика Хөкүмәте биләмәләрендәге тораҡ пункттарға һыу баҫыу хәүефе янаған бөтә муниципалитеттарға ошондай датчиктар ҡуйырға һәм уларҙы хәбәр итеү системаһына тоташтырырға тәҡдим итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика