Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Март 2017, 08:21

Рөстәм Хәмитов хоккей буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Сергей Ғимаевтың вафат булыуына бәйле ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов хоккей буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Сергей Ғимаевтың вафат булыуына бәйле ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе. Төбәк Башлығының Рәсәйҙең Хоккей федерацияһы президенты Владислав Третьякка ебәргән телеграммаһында былай тиелә:
«Башҡортостан халҡы исеменән, шәхсән үҙемдән хоккей буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, күп тапҡыр СССР чемпионы, алдынғы эксперт һәм телекомментатор Сергей Наил улы Ғимаевтың вафат булыуы менән бәйле ҡайғы уртаҡлашыуыбыҙҙы белдерәм.
Яҡташыбыҙ, «Салауат Юлаев» клубының хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Сергей Наил улы Рәсәйҙә хоккейҙы киң танытыуға һәм спорт телевидениеһын үҫтереүгә тос өлөш индерҙе. Ул бер ҡасан да тыуған төйәге менән бәйләнеште өҙмәне, Өфөгә һәм Нефтекамаға матчтарға килгәндә көйәрмәндәр менән осрашты, балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙы, аралашыуҙа асыҡ һәм ихлас кеше булып ҡалды.
Илебеҙҙең бөтә хоккей яратыусылары менән бергә Сергей Ғимаевтың туғандары, яҡындары, хеҙмәттәштәре һәм дуҫтарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Ҙур профессионал һәм иҫ киткес яҡшы кеше хаҡында яҡты иҫтәлек йөрәктәрҙә мәңге һаҡланасаҡ».
Автор:Әлим Фәйезов
Читайте нас: