12:51 (UTC+5), 17 Марта 2017

Төбәктә ике йыл эсендә 156 мең самаһы кеше хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштергән

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 2014 йылдың декабренән алып 2017 йылдың мартына тиклем Башҡортостанда 156 мең самаһы кеше хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштергән. Республиканың хеҙмәт министры Ленара Иванова Санкт-Петербургта үткән Халыҡ-ара хеҙмәт форумында төбәктең законһыҙ мәшғүллекте кәметеү буйынса эш һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.
2016 йыл йомғаҡтарына ярашлы хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштереү буйынса контроль күрһәткесте үтәү буйынса Рәсәй төбәктәре рейтингында республика бишенсе баҫҡысты биләй, Краснодар крайы, Белгород, Ростов өлкәләре һәм Ставрополь крайы өҫтәрәк тора. Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында Башҡортостан беренсе урында.
«Башҡортостанда, илдең башҡа төбәктәрендәге кеүек үк, 2014 йылдың октябренән законһыҙ мәшғүллекте кәметеү буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Статистика органдары иҫәпләүҙәре буйынса, республикала фокус-төркөм һаны яҡынса 240 мең кеше, йәғни иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡтың 12-13 процентын тәшкил итә. 2015-2017 йылдарҙа республикала 157 мең кешене рәсмиләштерергә тейеш инек, — тип билдәләне Ленара Иванова. — Күрелгән саралар һөҙөмтәһендә 2015 йылда 83 меңдән ашыу, 2016 йылда — 67 мең самаһы, 2017 йылда март башына ҡарата яҡынса 5,5 мең кеше хеҙмәт мөнәсәбәттәрен законлаштырған. Мәшғүллектең йәшерен формаһын анализлау һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу өлкәһендә, ауыл хужалығында, төҙөлөштә, эшкәртеүсе сәнәғәттә хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштермәү кимәле юғары».
Федераль власть органдары Беренсе Халыҡ-ара хеҙмәт форумында Башҡортостандың хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштереү буйынса тәжрибәһен юғары баһаланы. Ҡырым һәм Карелия төбәктең ошо өлкәләге тәжрибәһе менән танышырға теләген белдерҙе.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика