Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
-0.36
98.56
-0.08
82.82
-0.85
1+ °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Март 2017, 07:29

Республикала Түбәнге Кама һыуһаҡлағысына селбәрәләр ебәреләсәк

БР Экология министрлығы
БР Экология министрлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда һыу объекттарын балыҡтар менән яһалма байытыу исемлеге киңәйҙе, тип хәбәр иттеләр республиканың Экология министрлығында. Предприятиеларҙың хужалыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә һыу объекттарына килтерелгән зыянды кире ҡайтарыу маҡсатында һаҙан, киң маңлай (толстолобик) һәм уҡбалыҡ кеүек ҡиммәтле балыҡ төрҙәре элеккесә Ағиҙел йылғаһына ғына түгел, башҡа һыу объекттарына ла ебәреләсәк. Зыянды ҡаплау өсөн балыҡ селбәрәләре Түбәнге Кама һыуһаҡлағысына лә ебәреләсәк. Был маҡсатҡа 2017 йылда федераль ҡаҙнанан 2,6 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостан Республикаһы Экология министрлығы Павловка һыуһаҡлағысына балыҡ ебәреү идеяһын башлап ебәрҙе.
«Быйыл яҙ Түбәнге Кама һыуһаҡлағысының балыҡтар байлығын өс меңдән ашыу һаҙан һәм 36 меңләп киң маңлай (толстолобик) селбәрәләре байытасаҡ, Ағиҙелгә 60 мең самаһы дана йәш уҡбалыҡ ебәреләсәк. Тәүге селбәрәләр партияһын ебәреү 2017 йылдың майына билдәләнгән, — тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы Экология министрлығының тәбиғәттән файҙаланыу программаһын ғәмәлгә ашырыу һәм милек менән идара итеү бүлеге етәксеһе Эдуард Нагаев. — Ебәреләсәк йәш балыҡтарҙың күләме һыу-биологик ресурстарына килтерелгән зыяндан сығып, махсус әҙерләнгән методика буйынса иҫәпләнә. Сара федераль ҡаҙнанан финанслана. Әлеге ваҡытта йылға үҙәндәрен таҙартыу буйынса эштәр уҙғарыла, уларға Рәсәй һыу ресурстары йүнәлеше буйынса субвенция бүленгән. Шул рәүешле бер тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләһен хәл итеп, икенсе кире эҙемтәләр килеп тыуыу ихтималлығы хаҡында оноторға ярамай. Ҡағиҙә булараҡ, бындай эштәрҙе башҡарғанда һыу болғана, ул һыу биоресурстарының йәшәү мөхите торошона насар тәьҫир итә».
Белгестәр иҫкәртеүенсә, һыу объектында, уның эргәһендә йәки һыу һағы зонаһында теләһә ниндәй хужалыҡ эшмәкәрлеге ундағы биологик ресурстарҙың йәшәү мөхите торошонда сағыла. Һуңғы биш йылда төбәктең төп һыу артерияһына кире йөкләмә күрһәтеүсе предприятиелар Ағиҙел йылғаһына 1 миллиондан ашыу селбәрә ебәрҙе, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Экология министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Автор:Гөлфиә Акулова
Читайте нас: