Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Март 2017, 11:53

Өфө планетарийында «Булырғамы, әллә булмаҫҡамы» экологик киномарафоны башлана

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 20 мартта Өфө планетарийында экологик киномарафон «Йорт» («Home») документаль фильмын күрһәтеү менән асыла. Бына нисә йылдар инде планетарий Ер көнөндә — яҙғы көн-төн тигеҙлеге көнөндә ошо картинаны күрһәтә.
Планетарий сайтында хәбәр ителеүенсә, Рәсәйҙә Экология йылына бағышланған экологик киномарафон барышында бында Ер менән нимә буласағы хаҡында документаль фильмдар тәҡдим ителә. Йыл дауамында ай һайын Йондоҙло залда бушлай бер документаль фильм күрһәтеү күҙаллана.
Читайте нас: