10:07 (UTC+5), 16 Марта 2017

Республика балалары «Орленок»та һәм «Артек»та бушлай ял итәсәк

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 2017 йылда Башҡортостанда «Орленок» балалар үҙәгенә — 171 һәм «Артек» халыҡ-ара лагерына 410 юллама бүленгән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Мәғариф министрлығында.
«Артек»ка барыу өсөн һигеҙ йәштән алып 17 йәшкәсә балаларға йәки уларҙың законлы вәкилдәренә «Артек.дети» махсус сайтында теркәлергә кәрәк.
«Орленок»та ял итеү өсөн иһә тәүҙә сменаларҙа ҡатнашыу өсөн балаларҙы һайлап алыу буйынса комиссияға мөрәжәғәт итеү зарур. Юлламаларға йәмәғәт эшмәкәрлегендә, уҡыуҙа уңышҡа өлгәшкән уҡыусылар, ярыш, олимпиада, фестиваль, конкурс еңеүселәре һәм призерҙары дәғүә итә ала. Бөтә ҡаҙаныштарҙы дипломдар һәм грамоталар менән раҫлау мөһим. Балалар үҙәктәрендә ял итеү федераль ҡаҙнанан финанслана, ләкин юл хаҡын ата-әсәләр түләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика