04:38 (UTC+5), 16 Март 2017

Башҡортостанда алдағы ике айҙа ата-әсәләргә балалар баҡсаһы өсөн түләү яңынан иҫәпләнә

Олег Яровиков
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Алдағы ике айҙа мәктәпкәсә балаларҙың ата-әсәләренә балалар баҡсаһы өсөн түләү яңынан иҫәпләнә, тип белдерҙеләр Башҡортостан Мәғариф министрлығында. Мәктәпкәсә учреждениеларға йөрөгәндәрҙең ата-әсәләре балалар баҡсаһы өсөн түләүҙең ярайһы уҡ артыуына һәм ташламаларҙың булмауына ризаһыҙлыҡ белдерә. Сөнки күбеһе мартта алдағы айҙарға ҡарағанда бер ярым тапҡырға күберәк түләү хаҡында квитанция алды. Бигерәк тә был айырманы ҡала халҡы тойҙо. Әлеге ваҡытта ризаһыҙлыҡ белдергән ата-әсәләр петиция әҙерләне, унда ташламаларҙы ҡайтарыу төп талап булып тора.
Башҡортостан Мәғариф министрлығында аңлатыуҙарынса, түләүҙең туҡтатылып тороуы 1 мартта Мәғариф хаҡында закон статьяһына үҙгәрештәрҙең үҙ көсөнә инеүе менән бәйле. Әммә уны биреү тәртибен көйләүсе ҡарар әлегә хоҡуҡи экспертиза үтә һәм оҙаҡламай уға ҡул ҡуйыласаҡ.
Яңы ҡағиҙәләр буйынса компенсацияға ата-әсәләрҙең береһе дәғүә итәсәк. Шул уҡ ваҡытта ғаилә килеме һәр кемгә 1,5 тапҡыр йәшәү минимумы күләменән артмаҫҡа тейеш. Ошо шартҡа тап килгәндәрҙең барыһына ла яңынан иҫәпләнәсәк. Белешмә өсөн: бөгөн республикала йәшәү минимумы 8323 һум тәшкил итә. Тимәк, һәр ғаилә ағзаһына 12 485 һумдан күберәк тура килмәгән ғаиләләр компенсацияға дәғүә итә ала. Ташлама биреү тәртибе әүәлгесә ҡала: тәүге бала өсөн – 20 процент, икенсегә – 50, ә балалар баҡсаһының өсөнсө тәрбиәләнеүсеһенә – 70 процент ташлама ҡаралған.
Элек ғаилә ағзаларының йән башына уртаса табышына ҡарамаҫтан бөтә ғаиләләр ҙә компенсация алыу хоҡуғына эйә ине. 2017 йылдың 1 ғинуарына ҡәҙәр компенсация алыуға ата-әсәләр тапшырған документтарға өҫтәп, баланың ғаиләһендә йән башына уртаса килемдең халыҡ иҫәбенә йәшәү минимумы 1,5 тапҡыр дәүмәленән артмауы хаҡында белешмә тапшырырға кәрәк.
Белешмәне Ҡарарға ҡул ҡуйылған көндән алып бала йөрөгән мәктәпкәсә учреждение урынлашҡан Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалында (бүлегендә) йәки ғариза яҙыусының йәшәгән (теркәлгән) урыны буйынса алырға мөмкин.
Ата-әсәләрҙең белешмәне тапшырыу ваҡыты ағымдағы йылдың 1 майына ҡәҙәр оҙайтылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика