09:05 (UTC+5), 15 Марта 2017

Төбәктә һыу хужалығы комплексын үҫтереүгә миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 2020 йылға тиклем Башҡортостан һыу хужалығы комплексын үҫтереү буйынса сараларҙы үтәүгә федераль ҡаҙнанан 1 миллиард һумдан ашыу аҡса аласаҡ. Һыу ресурстары федераль агентлығы менән республика Хөкүмәте араһында килешеү төҙөлгән. Әлегә ошо сумманан 200 миллион һумға яҡын аҡса бүленгән. Аҡсаның ҡалған өлөшө алдағы йылдарҙа проекттарҙы финанслауға йүнәлтелә. Федераль субсидиялар республика ҡаҙнаһынан берлектә финанслау нигеҙендә бүленә.
Аҡса Ағиҙел йылғаһында инженер яҡлауы объекттарын һәм ярҙы нығытыу ҡоролмаларын төҙөүгә, реконструкциялауға, республика һәм муниципаль милектәге гидротехник ҡоролмаларҙы капиталь ремонтлауға йүнәлтелә.
«2017-2019 йылдарҙа Ағиҙел йылғаһында ярҙы нығытыу ҡоролмаларының икенсе сиратын төҙөү дауам итәсәк. Эштәр башҡарыласаҡ участкаларҙың дөйөм оҙонлоғо — 2 саҡрым», — тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының бүлек етәксеһе Эдуард Нагаев.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика