11:31 (UTC+5), 15 Март 2017

Төбәктә умартасылар «башҡорт балы» брендын ирекле файҙалана ала

Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм bashkirpaseki.ru сайты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда умартасылар «башҡорт балы» брендын ирекле файҙалана ала. Тәүге тапҡыр шәхси компания брендты файҙаланыуға хоҡуҡ тураһында таныҡлыҡ алды. Быға тиклем, һуңғы 12 йыл дауамында Башҡортостандың умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге генә патентҡа эйә ине. Республика умартасыларына ла продукцияның этикеткаһында «башҡорт балы» тип яҙыу тыйылғайны. Быны үтәмәгәндәр судҡа саҡырылды һәм штраф һалынды.
«АгроКомплекс-2017» күргәҙмәһе барышында үткән матбуғат конференцияһында белдереүҙәренсә, тармаҡты киңәйтеү таҙа конкуренция тыуҙыра. «Беҙҙең бурысыбыҙ — барыһын да бер ҡулда туплау түгел, ә ошо баҙарҙа ҡатнашыусыларҙың һәммәһенә лә «башҡорт балы» брендын ҡулланыу хоҡуғы биреү», — тине «Башҡортостан умарталыҡтары» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Мөлөков.
«Республикабыҙҙың бал етештереүселәренә ярҙам итеү өсөн яҡшы шарттар булдырылды, сөнки «башҡорт балы» бренды биләмәгә бәйләнгән. Был хәлдә етештереүселәрҙең барыһы ла ошо өҫтөнлөккә эйә, — тип билдәләне Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Азат Фазлыев. — Республика эсендә умартасыларға эшләү өсөн уңайлы шарттар булдырыу, сифатлы бал етештерергә мөмкинлек биреү, һәм артабан күмәк көс менән Рәсәй һәм халыҡ-ара баҙарҙарҙа ялған башҡорт балына ҡаршы көрәшеү, брендты грамоталы үҫтереү мөһим».
Әле Башҡортостандағы бөтә милек формаһындағы хужалыҡтарҙа 357 мең күс иҫәпләнә. Шуларҙың 301 меңе (84 проценты) – шәхси, 42 меңе (12 проценты) крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында, 14 меңе (4 проценты) ауыл хужалығы предприятиеларында тупланған. Уҙған йылда төбәктә 11 мең тонна тулайым бал, шул иҫәптән 5,4 мең тонна тауар балы етештерелгән.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика