05:49 (UTC+5), 15 Марта 2017

Өфөлә экстремистик ойошмаларҙың пропаганда алымдарын һәм уларға ҡаршы эш итеү юлдарын тикшерҙеләр

Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Шишәмбе, 14 мартта, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында йәштәр мөхитендә терроризм һәм экстремизмды иҫкәртеүгә йүнәлтелгән ғилми-ғәмәли семинар уҙҙы. Унда дәүләт власы органдары, йәмәғәт һәм дини берекмәләр, академик структуралар, киң мәғлүмәт саралары, Өфөнөң юғары уҡыу йорттары вәкилдәре ҡатнашты. Семинарҙың модераторы – Башҡорт дәүләт педагогия университеты ҡарамағындағы Мосолман мәғарифын үҫтереүҙең ведомство-ара ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Данияр Абдрахманов. Сарала ҡатнашыусылар алдында сәләмләү телмәре һәм докладтар менән Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусылары, Башҡортостан Респрубликаһы Ведомство-ара йәмәғәт именлеге советы, республиканың террорға ҡаршы комиссия, Башҡортостан Мосолмандары диниә назараты, Рәсәй Ислам университеты вәкилдәре сығыш яһаны.
Ҡазан ҡунаҡтары – Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының Исламды өйрәнеү-тикшереү үҙәге директоры Ринат Патеевтың «Заманса джихад субмәҙәниәтен булдырыу» темаһына һәм шул уҡ үҙәк директоры урынбаҫары Илшат Мөхәмәтзариповтың «Экстремистик ойошмаларҙың пропагандалау алымдары һәм уларға ҡаршы эш итеү юлдары» темаһына сығыштары тыңлаусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Татарстан ғалимдары интернет-ресурс контентын, киң мәғлүмәт сараларында, социаль селтәрҙәрҙә баҫылған мәҡәләләрҙе анализлауға нигеҙләнгән эмпирик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһен тәҡдим итте. Йәштәр аудиторияһы аңына экстремизм идеологияһының үтеп инеү технологиялары күрһәтелде. Шул рәүешле докладсылар социум өсөн ҡурҡыныс идеологияларҙың таралыуы мөмкин факторҙарҙы билдәләне: йәштәрҙең «клип» формаһында фекер йөрөтөүе, интернетта контролһеҙ мәғлүмәттәр урынлаштырыу, социаль-иҡтисади һәм рухи-әхлаҡи проблемалар, шул иҫәптән көнкүреш яҡтан тәртипкә һалынмағанлыҡ, яңғыҙлыҡ, ғаиләлә, тиңдәштәр менән бәхәстәр. Тәҡдим ителгән презентацияларҙа экстремизм идеологтарының эш итеү алымдары асыҡ сағылдырылды.
Семинарҙа ҡатнашыусылар билдәләүенсә, радикализмды иҫкәртеү буйынса эш бик мөһим, ул алып барыла, билдәле бер нигеҙ бар, әммә өлгәшелгәндәргә туҡталып ҡалырға ярамай, сөнки экстремистик идеологтар һәм төркөмдәр «ғәйәт уйлап табыусан».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика