08:19 (UTC+5), 15 Март 2017

Башҡортостанда уҡыусылар Бөтә Рәсәй тикшереү эштәрен яҙып ҡарай ала

Андрей Старостин
Андрей Старостин
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан уҡыусыларының Бөтә Рәсәй тикшереү эштәрен яҙып ҡарау мөмкинлеге бар. Быйыл уларҙа штат тәртибендә – башланғыс звеноның сығарылыш уҡыусылары (дүртенсе кластар), ә бишенсе, алтынсы, һигеҙенсе, 10-сы һәм 11-се класс уҡыусылары һынау режимында ҡатнаша.
Дүртенсе кластарға урыҫ теле, математика һәм тирә-яҡ донъя фәндәре буйынса эштәрҙе яҙырға кәрәк буласаҡ. Бишенселәргә – урыҫ теле, математика һәм тарих йәки биология буйынса. Киләһе йылда улар штат режимында бөтә дүрт фәнде лә тапшырасаҡ.
Алтынсы һәм һигеҙенсе класс уҡыусылары Бөтә Рәсәй тикшереү эштәрен тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре буйынса яҙасаҡ. Унынсы кластар – география, химия, биология буйынса, ун беренселәр – биология, география, тарих, химия һәм физика буйынса.
Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт раҫлаған расписаниеға ярашлы, тикшереү эштәре 18 апрелдән 18 майға ҡәҙәр уҙасаҡ. Башҡортостан Мәғариф министрлығында билдәләүҙәренсә, уларҙың һөҙөмтәләре фәндәр буйынса йыллыҡ билдәләр сығарыуҙа йәки урта дөйөм белем тураһындағы аттестат алыуҙа иҫәпкә алынмаҫҡа тейеш. Улар – ғәҙәттәге контроль эштәр. Бөтә Рәсәй тикшереү эштәренең маҡсаты – уҡыусыларҙың әҙерлек сифатын баһалау, тип аңлаттылар ведомствола.
Тикшереү эштәренең варианттары һәм уларҙы тикшереү системаһы федераль кимәлдә әҙерләнгән һәм мәктәп уҡыусыларының уҡыу һөҙөмтәләрен берҙәм критерийҙар буйынса баһалау мөмкинлеге бирергә тейеш.
Тикшереү эштәренең өлгөләре һәм тасуирламаһы менән Бөтә Рәсәй тикшереү эштәре мәғлүмәт порталында танышырға мөмкин. 11-се класс уҡыусылары уны Федераль педагогик үлсәүҙәр институты сайтында ла эшләй ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика