12:30 (UTC+5), 14 Март 2017

Рөстәм Хәмитов Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавровтың төбәк башлыҡтары менән осрашыуында ҡатнашты

Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының матбуғат хеҙмәте
Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавровтың Евразия гуманитар хеҙмәттәшлеге мәсьәләләре буйынса илдең биш субъекты етәкселәре менән осрашыуында ҡатнашты. Унда шулай уҡ Алтай, Татарстан, Хакасия һәм Яҡутстан башлыҡтары ла булды. Осрашыу барышында Евразия континентында интеграцияның гуманитар аспекттарын үҫтереүҙә Рәсәй төбәктәренең ҡеүәтен файҙаланыу мөмкинлектәре тикшерелде.
Сергей Лавров гуманитар хеҙмәттәшлектең халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүҙә, цивилизация-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәргә юл ҡуймауҙа мөһим фактор булып тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Был Евразия өсөн генә түгел, бөтә кешелек өсөн дә принципиаль мәсьәләләр. Беҙ Рәсәй төбәктәренең Евразия киңлегендә ошондай хеҙмәттәшлекте үҫтереү менән әүҙем ҡыҙыҡһыныуҙарына шат һәм артабан да ошондай процестарға үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә әҙер, – тине министр. – Бындай бәйләнештәрҙе яйға һалыу Евразия интеграцияһын үҫтереүгә булышлыҡ итә. Был – йәмәғәтселек дипломатияһының көслө ҡоралы.
Әлеге ваҡытта илдең барлыҡ төбәктәрендә төрлө төбәк-ара проекттар тормошҡа ашырыла, фестивалдәр, конкурстар, мәҙәни, мәғариф һәм башҡа саралар уҙғарыла, шул иҫәптән ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында. Улар Евразияның берҙәм гуманитар киңлеген булдыра һәм нығыта.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙ сығышында төбәк-ара һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә йүнәлтелгән бер нисә башланғыс тәҡдим итте.
Республика 20 йыл буйына ЮНЕСКО менән уңышлы үҙ-ара килешеп эш итә, тип билдәләне төбәк етәксеһе. Мәҫәлән, Башҡортостанда фән һәм мәғариф өлкәһендә, шулай уҡ тәбиғи-мәҙәни мираҫты һаҡлауға бәйле мөһим проекттар бойомға ашырыла. Шүлгәнташ мәмерйәһендә ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәр Бөтә донъя мираҫының яҡынса исемлегенә индерелгән. ЮНЕСКО-ның «Башҡорт Уралы» биосфера резерваты булдырылған. Тиҙҙән республикала ЮНЕСКО-ның Рәсәйҙә тәүге геопарктарының береһе барлыҡҡа килергә тейеш.
Рөстәм Хәмитов 2016 йылдың майында Өфөлә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара фестиваль-форумы барышында «Мәҙәниәттәр киҫелеше: Евразия киңлегендә мәҙәни аралашыу һәм хеҙмәттәшлек» тип аталған конференция уҙыуы хаҡында һөйләне. Уның йомғаҡтары буйынса Евразия мәҙәни форумының эшенә башланғыс һалған Өфө декларацияһы ҡабул ителде. Быйыл июль айында Өфөлә II Евразия гуманитар форумын һәм профессиональ белем биреү мәсьәләләренә арналған «Башҡортостан – Евразия йөрәге: Евразия киңлегендә мәҙәни аралашыу һәм хеҙмәттәшлек» ғилми-ғәмәли конференцияһын үткәреү күҙаллана.
Республика Башлығы шулай уҡ Башҡортостанда ҙур халыҡ-ара саралар уҙғарыу буйынса алдағы биш йылға пландар билдәләне.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика