08:46 (UTC+5), 14 Марта 2017

«Көньяҡ автовокзал — «Өфө» аэропорты» төнгө маршруты туҡтатылмай

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә 20 мартҡа тиклем «Көньяҡ автовокзал — Аэропорт» 101к төнгө маршруты буйынса «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының күп кеше һыйҙырышлы «НефАЗ» маркалы автобустары йөрөй, һуңынан «Мерседес» автобусы рейсҡа сыға. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.
«Был йүнәлеш туҡтатылмай. Транспорт йөрөйәсәк. Белгестәр аҙна дауамында пассажирҙар ағымын тикшерәсәк, һуңынан уның һөҙөмтәләре буйынса рейстарҙың йышлығы мәсьәләһе хәл ителәсәк», — тип билдәләне Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Анастасия Сабликова.
13 мартта «Башинформ» агентлығы «Башавтотранс» предприятиеһының 101к төнгө маршрутын ябырға теләүе хаҡында мәҡәлә баҫтырып сығарғайны. Рейстар дәүләт предприятиеһы өсөн файҙаһыҙ булып сыҡҡан. Ошо яңылыҡ баш ҡала аэропорты өсөн көтөлмәгән бүләк булды. Пассажирҙар был маршрутҡа ыңғай ҡарашта. Эксперт компромисс табырға: ҙур автобусты бәләкәй габаритлы автобусҡа алмаштырырға тәҡдим итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика