07:28 (UTC+5), 13 Марта 2017

«Тоталь диктант» акцияһында тәүгә сит ил вәкилдәре ҡатнаша аласа

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Тоталь диктант» акцияһында тәүгә урыҫ теле туған тел булмаған сит ил вәкилдәре ҡатнаша аласаҡ. Урыҫ теленән үҙ кимәлен баһаларға теләгән сит ил студенттары TruD тесында ҡатнаша ала, ул диктант тексы нигеҙендә әҙерләнгән (авторы – Леонид Юзефович).
Билдәле булыуынса, Өфөлә быны Башҡорт дәүләт педагогия, медицина университеттарында һәм Башҡорт дәүләт университеттарында эшләргә мөмкин – артабан майҙансыҡтар исемлеге киңәйәсәк. Акция «Тоталь диктант» менән бер көндә, 8 апрелдә уҙғарыла. Тулыраҡ мәғлүмәт 20 марттан да ҡалмай totaldict.ru сайтында баҫыласаҡ.
Өфөлә «Тоталь диктант»ҡа әҙерлек сиктәрендә урыҫ теле буйынса курстар өс майҙансыҡта уҙа:
- 85-се мәктәп, Кулибин урамы, 38, кесе йома киске сәғәт 7-лә һәм шәмбе көндөҙгө 1-ҙә, 24-се бүлмә;
- Башҡорт дәүләт педагогия университетының 3-сө уҡыу корпусы, 401-се бүлмә, Октябрь Революцияһы урамы, 3а. Уҡытыусы – Светлана Войтюк, филолог, балалар яҙыусыһы. Ваҡыты – киске 7-нән – туғыҙынсы яртығы ҡәҙәр.
- Үҙәк ҡала китапханаһы, Комсомол урамы, 138. Уҡытыусы – Наталья Панчишина, Өфөләге «Тоталь диктант» ойоштороусыһы. Киске етенсе яртынан 8-гә тиклем уҙғарыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика