05:49 (UTC+5), 13 Марта 2017

Төбәктә мәктәп автобустарына ихтыяж ҙур

Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда мәктәп автобустарына ихтыяж юғары кимәлдә ҡала. Әлеге ваҡытта республиканың Мәғариф министрлығында мәктәп автобустарына муниципалитеттарҙан 143 ғариза ҡабул ителгән.
«Яҡын ай дауамында федераль ҡаҙна иҫәбенә тағы 77 мәктәп автобусы аласаҡбыҙ, улар газ-мотор яғыулығында буласаҡ, — тип һөйләне мәғариф министры Гөлназ Шәфиҡова Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитет ултырышында. — Автобус һатып алыуға киләһе йылдарға шулай уҡ 100 миллион һум күләмендә төбәк аҡсаһы һалынған. Ул саҡта юл картаһы буйынса автобустар менән тәьмин ителеш 43 процентҡа ҡапланасаҡ».
Бөгөнгә төбәктә мәктәп автобустары паркында 1348 берәмек техника иҫәпләнә, уларҙың 325-е һуңғы өс йылда һатып алынған. 2016 йылдың июнендә республика бюджеты иҫәбенә 77 мәктәп автобусы, Рәсәй Федерацияһы бойороғо буйынса 58 берәмек техника алынды. 2016 йылдың ноябрендә федераль ҡаҙна иҫәбенә 50 автобус һатып алынды. Улар уҡыусыларҙы көн һайын мәктәпкә хәтлем илтеү өлөшөн 97,6 процентҡаса тәьмин итергә мөмкинлек бирҙе. 2016-2017 уҡыу йылында 2501 тораҡтан 872 белем биреү ойошмаһына 30,5 меңдән ашыу уҡыусыны йөрөтөү ойошторолған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика