02:59 (UTC+5), 13 Март 2017

Силәбе башҡорттары ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҙғы байрам менән ҡотланы

Андрей Старостин
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Силәбенең ҡала Мәҙәниәт һарайында «Яҙғы моңдар!» исемле байрам концерты уҙҙы. Тантаналы кисәне Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге, Башҡорт ҡоролтайы һәм «Айгөл» халыҡ бейеү коллективы ойошторҙо.
Концерт программаһын «Айгөл» башҡорт халыҡ бейеү коллективының иң йәш ҡатнашыусылары асып ебәрҙе. Уға башҡорт мәҙәниәте корифейы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рамаҙан Шәғәлиев нигеҙ һалған.
Республиканың Силәбе өлкәһендәге рәсми вәкиле Амур Хәбибуллин Силәбенең милли мәҙәниәте үҫешенә һәм уны һаҡлап ҡалыуға тос өлөш индергән ҡатын-ҡыҙҙарға сәскәләр һәм рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Программала йыр һәм бейеү номерҙары күрһәтелде. Концерт тамашасылар тарафынан йылы ҡабул ителде, уларға байрам кәйефе һәм ыңғай тәьҫораттар бүләк итте.
Көньяҡ Уралда бындай сара һуңғы тапҡыр 2010 йылда уҙғарылғайны. Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге һәм өлкәнең Башҡорт ҡоролтайы башланғысы буйынса изге йола йәнә тергеҙелде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика