ӨФӨ, 2017 йыл, 13 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә
«Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының 101к ҡала яны автобусының төнгө маршруты ябыла. Күп кеше һыйҙырышлы «НефАЗ» маркалы автобус «Өфө» аэропортынан Көньяҡ автовокзалға тиклем пассажирҙар йөрөтә. Автовокзалдан транспорт төнгө сәғәт 12-лә һәм 3-тә, аэропорттың касса пунктынан төнгө сәғәт 2-cе яртыла һәм 5-cе яртыла юлға сыға. Рейстар автопредприятие өсөн файҙаһыҙ булып сыҡҡан.