Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
22+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Март 2017, 15:35
Башҡортостанда күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн декрет пособиеһының күләме артыуы ихтимал
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Республикала күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн декрет пособиеһының күләме артыуы ихтимал. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов Башҡортостан юлдаш телеканалына интервьюһында ошо хаҡта һөйләне. Әлеге ваҡытта күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә айлыҡ аҡсалата түләү йәш ярымдан алып өс йәшкә тиклемге өсөнсө йәки артабанғы һәр балаһы өс мең һум тәшкил итә.
«Беҙ ошо сумманы арттырыу өсөн мәсьәләне Хөкүмәт тикшереүенә сығарҙыҡ. Әлеге категорияны киңәйтергә кәрәк. Килемгә ҡарап ярҙам итәсәкбеҙ», — тип билдәләне вице-премьер.
Теги:
социаль ярҙам
Читайте нас: