10:20 (UTC+5), 10 Марта 2017

Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы Башҡортостанға «Ер сәғәте» акцияһына ҡушылыуын һорап мөрәжәғәт итте

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы Башҡортостандағы предприятие һәм ойошмаларҙы «Ер сәғәте» акцияһына ҡушылырға саҡыра.
Донъялағы «Ер сәғәте» тигән ҙур экологик акцияны Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы һәм Мәскәү Хөкүмәте ярҙамында илдең Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фонды ойоштора. Ул барыһын да бер сәғәт дауамында электр энергияһы менән файҙаланыуҙан тыйылып торорға өндәй.
Быйыл акция 25 мартта киске сәғәт 9-сы яртынан 10-сы яртыға тиклем уҙа. Акцияның слоганы — «Планетаны түгел, үҙеңде үҙгәрт».
«Сара Экология йылында үткәрелә, һәм ошо акция йәмәғәтселектең иғтибарын тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләләренә йәлеп итеү мөмкинлеге булараҡ ҡарала», — тип билдәләне үҙ телеграммаһында Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы башлығы Сергей Донской. Ведомство башлығы төбәк етәкселәренән «Ер сәғәте»нә тирә-яҡ мөхиткә яуаплы мөнәсәбәтте һәм экологик мәҙәниәтте пропагандалауға йүнәлтелгән күмәк саралар ойоштороуҙарын һораны.
Ер сәғәте өсөн махсус сайт эшләй, унда акция тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алырға мөмкин. Ғәҙәттәгесә, төрлө ҡалаларҙа Ер сәғәте уңайынан велоуҙыштар үтә.
Былтыр акцияла 172 ил һәм 2 миллиардтан ашыу кеше ҡатнашты. Рәсәйҙә акцияға төрлө ҡалаларҙан 20 миллион кеше ҡушылды.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика