09:31 (UTC+5), 10 Марта 2017

2016 йылда төбәктә балалы ғаиләләргә социаль ярҙам өсөн 4,5 миллиард һум йүнәлтелгән

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 2016 йылда Башҡортостанда балалы ғаиләләргә социаль ярҙам өсөн 4,5 миллиард һум йүнәлтелгән. Әлеге ваҡытта республикала 11 төбәк һәм туғыҙ федераль түләү төрө бар.
Республика ҡаҙнаһынан төбәктәге 46 меңдән ашыу күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы сараһына йүнәлтелгән аҡсаның күләме 2015 йыл менән сағыштырғанда дүрт процентҡа һәм 2014 йылға ҡарағанда 17 процентҡа артҡан.
Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 18 йәшкә тиклемге балаға айлыҡ пособие социаль ярҙам сараһының киң таралған төрҙәренә ҡарай. Былтыр ул 70 меңдән ашыу ғаиләгә түләнгән. Күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә йәш ярымдан алып өс йәшкә тиклемге өсөнсө йәки артабанғы һәр балаһы өсөн өс мең һум күләмендә айлыҡ аҡсалата түләү ҙә мөһим булып тора. 2016 йылда 15 меңгә яҡын ғаилә ошо түләүҙе алған. Һуңғы өс йылда ошондай түләү өсөн бөтәһе миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Республикалағы дүрт балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр ай һайын мең ярым, биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгәндәр икешәр мең һум аҡса ала. Былтыр 8700 ғаиләгә шундай пособие бирелгән.
Башҡортостанда биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнә, миҙал менән бергә уларға 10 мең һум күләмендә аҡсалата премия тапшырыла. 1998 йылдан алып ете меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ миҙалға лайыҡ булған, шуларҙың 300-гә яҡыны — 2016 йылда. 2015 йылдан алып бәлиғ булмаған туғыҙ һәм унан күберәк бала тәрбиәләгәндәр өсөн 600 мең һумлыҡ бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү ҡаралған. Ике йыл эсендә бөтәһе шундай 16 түләү башҡарылған, былтыр — һигеҙ.
Балаларҙы социаль яҡлауҙың тағы ла бер актуаль йүнәлеше — уларҙы ял иттереү һәм һауыҡтырыу. 2016 йылда төбәктең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы системаһы аша ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларҙы ял иттереү һәм һауыҡтырыу өсөн 126 миллион һум йүнәлтелгән. Һөҙөмтәлә туғыҙ меңгә яҡын бала иткән, был 2015 йылға ҡарағанда алты тапҡырға күберәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика