02:54 (UTC+5), 09 Март 2017

Рөстәм Хәмитов: «Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙар ярҙам тойһон һәм иртәгәһе көнгә ышаныс менән ҡараһын өсөн күп нәмә эшләнә»

БР Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика ҡатын-ҡыҙҙарын Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотланы.
Ҡотлауҙа былай тиелә:
«Ҡәҙерле, һөйкөмлө ҡатын-ҡыҙҙар! Ихлас күңелдән һеҙҙе 8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайым!
Ошо иҫ киткес яҙғы байрам күптән инде иң яратҡандарҙың береһенә әйләнде. Тап һеҙ донъяға яңы тормош бүләк итәһегеҙ, ғаиләлә ышаныс һәм үҙ-ара аңлашыу мөхитен булдыраһығыҙ, матурлыҡ һәм мөхәббәтте, изгелек һәм наҙлылыҡты сағылдыраһығыҙ.
Һеҙ үҙегеҙҙе бала бағыуға, йорт мәшәҡәттәренә бағышлайһығыҙ, шул уҡ ваҡытта һөнәри эшмәкәрлектә лә ҙур уңыштарға өлгәшәһегеҙ, йәмәғәт эштәре, хәйриәлек менән шөғөлләнәһегеҙ, республика үҫешенә тос өлөш индерәһегеҙ.
Башҡортостанда ғаилә, әсәлек һәм балалыҡты һаҡлау, һеҙ, ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар, ярҙам тойһон һәм иртәгәһе көнгә ышаныслы ҡараһын өсөн күп нәмә эшләнә.
Ысын күңелдән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, киләсәккә ышаныс һәм өмөт менән ҡарауығыҙҙы, иң яҡшы теләктәремде юллайым. Янығыҙҙа һәр саҡ үҙҙәренең иғтибары һәм хәстәрлеге менән шатландырған яратыусы һәм яратҡан кешеләрегеҙ булһын! Барлыҡ изге теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын! Бәхетле булығыҙ!».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика