05:20 (UTC+5), 09 Марта 2017

Өфө юлдарының торошо - «Рәсәй радиоһы – Башҡортостан»да «Ирекле микрофон» тапшырыуының сираттағы әңгәмә темаһы

Олег Яровиков
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. «Рәсәй радиоһы – Башҡортостан»да «Азамат Сәйетов менән ирекле микрофон» тапшырыуының сираттағы ҡунағы – Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов. Мультимедия проекты студияһында әңгәмә Өфө автомобиль юлдарының торошона арналған.
«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо тема йылдан-йыл бөтә киң мәғлүмәт саралары өсөн мәжбүри булып бара, — тип билдәләне «Ирекле микрофон» авторы һәм алып барыусыһы Азамат Сәйетов. – Әлеге ваҡытҡа тиклем үҙгәрештәр күҙәтелмәне: халыҡ асыуланды, юл һәм коммуналь хеҙмәттәр үҙ хаталары өсөн аҡланырға тырышты, йәки бындай хәл башҡа килеп сыҡмаясаҡ тип вәғәҙә биреп маташты. Әммә Өфө власы эшләрҙәй ысулдар тапты, ахырыһы. Һәр хәлдә быға бик ышанғы килә».
«Рәсәй радиоһы – Башҡортостан»да тура эфир 89.5 FM йышлығында 9 мартта киске етенсе 25 минутта сыға. Радио тыңлаусылар 8(347)272-85-47 телефоны буйынса шылтыратып, әңгәмәгә ҡушыла ала.
Радиотапшырыуҙың телевизион версияһын 15 мартта киске сәғәт 7-лә «Рәсәй 24. Башҡортостан» телеканалында ҡарарға мөмкин.
«Азамат Сәйетов менән ирекле микрофон» тапшырыуҙарының архивы «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының рәсми сайтында урынлаштырылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика