02:33 (UTC+5), 09 Март 2017

Өфөлә ҡаланың иң күренекле ҡатын-ҡыҙҙарын бүләкләнеләр

ҡала Советының матбуғат хеҙмәте
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Өфө хакимиәте Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан ҡаланың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергән күренекле ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡотланы. Байрам тантанаһы «Sheraton» отелендә уҙҙы. Һәр гүзәл зат ҡала Советы һәм хакимиәтенән бүләк һәм рәхмәт хаты алды.
Бүләкләнеүселәр араһында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, фән, мәҙәниәт, мәғариф хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре бар. Күптәрҙең исеме Өфө ҡалаһы халҡына ғына түгел, унан алыҫта ла яҡшы таныш.
Билдәле актриса һәм режиссер, РСФСР-ҙың халыҡ артисы, Өфөнөң Почетлы гражданины Гөлли Мөбәрәкова, башҡорт эстрадаһының атаҡлы артисы Нәзифә Ҡадирова, Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова, башҡорт теле белгесе, профессор, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре Фирҙәүес Хисаметдинова, талантлы педагог һәм йырсы, Өфө ҡалаһының Почетлы гражданины Миләүшә Мортазина, РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы Рәйсә Мәһәҙиева, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы Лена Карамова, һуғышта ҡатнашыусы Александра Абакумова, медицина фәндәре докторы Наталья Егорова һәм Өфөнөң башҡа билдәле ҡатын-ҡыҙҙары бүләкләнде.
«Ҡаһарманлыҡ эшләү ҡатын-ҡыҙ эше түгел һымаҡ күренә. Әммә һеҙ беҙгә, ирҙәргә, өлгө күрһәтеп, беҙҙе тағы ла юғарыраҡ үрҙәргә дәртләндерәһегеҙ. Һеҙҙең менән күптән инде ғаиләләрегеҙ генә түгел, ҡаланың байтаҡ халҡы ғорурлана», — тине ҡала Советы рәйесе Валерий Трофимов, Өфөнөң бөтә депутаттар корпусы исеменән ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡотлап.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика