11:07 (UTC+5), 09 Март 2017

Башҡортостанда халыҡҡа ташҡын тураһында сиркәү ҡыңғырауҙары хәбәр итәсәк

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда халыҡҡа ташҡын тураһында сиркәү ҡыңғырауҙары хәбәр итәсәк. Рус православие сиркәүенең Өфө епархияһы һәм Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәкселәре хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документ ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуған осраҡта халыҡтың һәм биләмәләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өлкәһендә үҙ-ара килешеп эш итеүҙе ойоштороуҙы күҙ уңында тота.
Ташҡынға әҙерлек осоронда халыҡҡа һыу баҫыу хәүефе янауы тураһында хәбәр итеү мөһим мәсьәлә булып тора. Ҡул ҡуйылған документ сиктәрендә Дәүләт комитеты сиркәү ҡыңғырауҙарын файҙаланырға тәҡдим итте. Был ҡайһы бер муниципаль райондарҙа ғәҙәти хәбәр итеү алымдарының (SMS-хәбәрҙәр, сиреналар) төбәктә йәшәүселәрҙең барыһына ла барып етмәүе менән аңлатыла. Өфө епархияһының ярҙам ҡулы һуҙыуы күпселек халыҡҡа хәбәр еткерергә мөмкинлек бирә, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.
Дәүләт комитеты Өфө епархияһына ғәҙәттән тыш хәлдәр тураһында хәбәр итергә, хәүефле зонаға инеүҙә ярҙам итергә бурыслы. Ведомство Башҡортостандың Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса уҡытыу-методик үҙәгендә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә эш итергә әҙер дин әһелдәрен, шәфҡәт туташтарын һәм ирекмәндәр әҙерләү менән шөғөлләнәсәк. Үҙ сиратында Өфө епархияһы зыян күреүселәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына әхлаҡи һәм психологик ярҙам күрһәтә, шулай уҡ ярҙам күрһәтеү пункттарын ойоштора аласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика