06:52 (UTC+5), 09 Март 2017

Башҡортостан биләмәһендә электрон зыяраттар барлыҡҡа килеүе ихтимал

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфө депутаттары Башҡортостан биләмәһендә баш ҡалала икенсе йыл һынау режимында эшләгән «Электрон зыяраттар» программаһын индерергә тәҡдим итә.
«Программаның асылы бөтә ҡәберлектәргә электрон инвентаризация үткәреүгә ҡайтып ҡала. Һәр кеше интернет аша Өфө биләмәһендәге ҡәберлек хаҡында мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә. Эште депутат Руслан Кинйәкәев етәкселегендә Өфөнөң Махсус хеҙмәтләндереү комбинаты алып бара. Ҡәберлектәрҙең берҙәм электрон базаһы — pomnim.me сайты булдырылған. Смартфондар өсөн мобиль ҡушымта әҙерләү күҙаллана», — тип һөйләне ҡала Советы рәйесе Валерий Трофимов.
Быға тиклем баш ҡалала ҡәберлектәрҙең берҙәм базаһы юҡ ине, уларҙың иҫәбе 1946 йылдан ғына алып барылған. Өфөнөң Махсус хеҙмәтләндереү комбинаты архивтарында 380 меңдән ашыу ҡәберлек хаҡында мәғлүмәт булған, әлеге мәлдә улар электрон базаға индерелгән. Өфө биләмәһендә бөтәһе нисә ҡәберлек булыуы аныҡ ҡына билдәле түгел. Хәҙер ҡалала башҡа ерләнгән урындар тураһында мәғлүмәттәрҙе тергеҙеү буйынса эш алып барыла.
Өфөләр кеүек үк, икенсе муниципалитеттарҙа йәшәүселәр ҙә туғандарының ҡәберҙәрен эҙләүҙең шундай мөмкинлегенә хоҡуҡлы, тип иҫәпләй депутаттар. Улар республика биләмәһендә программаны индереү хаҡында башланғысты Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына һәм муниципаль берәмектәр Советына йүнәлтергә ниәтләй. Ләкин федераль һәм республика ҡануниәтендә ҡәберлектәрҙең электрон базаһын булдырыу буйынса бындай эшмәкәрлек төрө ҡаралмаған. Төбәктә программа эшләһен өсөн закон кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика