02:01 (UTC+5), 07 Март 2017

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙарын Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотланы

Олег Яровиков, Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 6 мартта Республика йортонда Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктең үҙ һөнәрҙәрендә уңышҡа өлгәшкән һәм әүҙем йәмәғәт эше менән шөғөлләнгән ҡатын-ҡыҙҙары менән осрашты. Республика Башлығы уларҙы яҡынлашып килгән байрам менән ҡотланы һәм яңы ҡаҙаныштарға өлгәшеүҙәрен теләне.
- Республикабыҙҙың ир-аттары исеменән һеҙҙе, бөтә Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙарын яҡынлашып килгән Яҙ көнө менән ҡотлайым һәм иң изге һәм яҡшы теләктәрҙе юллайым, – тине Рөстәм Хәмитов. – Әлбиттә, байрам алды көндәрендә яҡшы нәмәләр, именлек хаҡында, дөйөм алғанда, беҙҙең һәйбәт йәшәүебеҙ тураһында һөйләгеһе килә. Йәмғиәтебеҙ, граждандарыбыҙ иҡтисадта, социаль планда, йәмәғәт үҫешендә хәл яҡшыларҙан булһын өсөн властың һәм барыбыҙҙың да бөтә мөмкин һәм ҡайһы берҙә мөмкин булмағанды эшләүен аңлап, үҙҙәрен ышаныслы итеп тойоуы беҙҙең өсөн ысынлап та бик мөһим.
Республика Башлығы ғаилә институтын нығытыу, демографик хәлде яҡшыртыу, йәштәргә ярҙам итеү кәрәклеген билдәләне.
- Илебеҙ, биләмә ғәйәт ҙур. Беҙгә балалар, халыҡтың артыуы, ыңғай демографик үҫеш кәрәк. Әлбиттә, дәүләт ошо йәһәттән ярҙам итер, тип ышанам, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Тағы ла бер тапҡыр эшегеҙ, әүҙем тормош позицияғыҙ өсөн рәхмәт әйтке килә. Тик бер нәмәне генә теләйем – шулай уҡ иҫ китмәле булып ҡалығыҙ. Балаларығыҙҙы, яҡындарығыҙҙы үҙегеҙҙең һаулығығыҙ, уңышығыҙ менән һәр саҡ ҡыуандырып тороғоҙ.
Әңгәмә барышында белем биреү, һаулыҡ һаҡлау, республикала балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереү, эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре тикшерелде.
Рөстәм Хәмитов осрашыуҙа тикшерелгән һорауҙарҙың республика Хөкүмәтенең аныҡ йөкләмәләренә инәсәген билдәләне.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика