Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.17
+0.04
90.4
-0.27
66.47
+1.13
24+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2017, 11:06

Өфөлә «Әсәй, эсмә!» ҡала акцияһы бара

Карина Камаева
Карина Камаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 6-15 мартта Өфөләге Опека һәм попечителлек идаралығы «Әсәй, эсмә!» ҡала акцияһын үткәрә. Сара «Йортта бәхетте һаҡлағыҙ» социаль проектын тормошҡа ашырыу барышында сәләмәт йәшәү рәүешенә ынтылыш булдырыу, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар алкоголизмын иҫкәртеү маҡсатында ойошторола.
Акцияла ата-әсәләрҙең ата-әсәлек хоҡуғы тергеҙелгән, ата-әсәлек хоҡуғын тергеҙеү буйынса эш алып барылған, ата-әсәлек хоҡуғын тартып алыу буйынса хәүеф төркөмө булараҡ опека органдарында иҫәптә торған ғаиләләр ҡатнаша. Улар өсөн квалификациялы белгестәр, конфессия вәкилдәре, педагог-психологтар, юристар, табип-наркологтар сығыш яһай. Семинарҙар программаһына профилактик әңгәмәләр, тренингтар, психологик уйындар индерелгән.
14 мартта сара — «Ғаилә» психологик-педагогик, медицина һәм социаль ярҙам үҙәгендә, 15 мартта «Саторис» үҙәгендә ойошторола.
Читайте нас: