07:48 (UTC+5), 07 Марта 2017

Өфөлә Офицерҙар балы үтте

Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты фойеһында Офицерҙар балы үтте. Яҙҙың тәүге көндәрендә бейеү кисәләре йолаһын тергеҙергә ҡарар ителде.
Тантаналы сараны институттың уҡытыу эше буйынса етәксеһе урынбаҫары Рәфис Сәмиғуллин асты.
«Бөгөн яҙғы бал уҙғарабыҙ. Был төрлө яҡлы тәрбиәләүгә тәьҫир итеп кенә ҡалмай, ә кешелеклекте лә, үҙеңде йәмғиәттә тотоу, тормошҡа, яҙға ҡыуаныу һәләтен үҫтерә, уҡыу йылын уңышлы тамамлауға бөтә көсөңдө һәм мөмкинлегеңде тупларға ярҙам итә. Бер-береңә ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәт тәрбиәләй. Алған белемегеҙ, үҙ-үҙеңде дөрөҫ тота белеү һеҙҙең буласаҡ һөнәрегеҙҙә кәрәк буласаҡ, ә бал күңел көрлөгө, көс-ҡеүәт һәм берҙәмлек бүләк итәсәк», — тине Рәфис Сәмиғуллин.
Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты йолаларға бик бай. Юғары уҡыу йортонда тәүге яҙғы бал 8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан үтте. Курсанттар талғын, бөйөк, тантаналы вальсты бейене. Бейеү теле тәржемәгә мохтаж түгел. Һәр саҡ иң романтик һәм нәфис бейеү булып ҡалған вальсты үткән дәүерҙе хәтергә алыу билдәһе тип атаһалар ҙа, ул бөгөн дә бөтә донъя буйлап үҙ итеүселәренең иғтибарын яулай һәм һарай балдары осорона, илдең иң юғары һәм иң яҡшы мәҙәни йолалары даирәһенә сумырға мөмкинлек бирә.
«Офицерҙың тормошо батырлыҡ, ҡыйыулыҡ, тәүәкәллек мәлдәрендә төҙөлә. Бөгөнгө курсанттар бөтә Рәсәй буйлап тараласаҡ, әммә бөгөнгө көн – нисек күмәкләп яҙҙы ҡаршылағандары, мәшәҡәтһеҙ бейеүҙә әйләнгәндәре мәңгелеккә хәтерҙәрендә ҡаласаҡ», — тип билдәләне институттың ветерандар менән эш итеү буйынса начальник урынбаҫары Альберт Шаһиморатов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика