12:10 (UTC+5), 07 Марта 2017

Өфөлә «Дим-2» станцияһы эшселәре геморрагик биҙгәк менән зарарланған

асыҡ сығанаҡтарҙан
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөлә «Дим-2» станцияһы эшселәре геморрагик биҙгәк вирусы менән зарарланған. Нисә кешенең зарарланғанлығы әлегә билдәһеҙ. «Башинформ» агентлығына 4-се йоғошло ауырыуҙар клиник дауаханаһындағы үҙенең сығанағы хәбәр итеүенсә, бөгөнгә дауалау учреждениеһында 41 кеше дауалана һәм тикшереү үтә. Ләкин улар араһында тимер юл станцияһы эшселәре генә түгел, йәғни пациенттар төрлө урындарҙан дауаханаға эләккән.
«Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала сирҙең күтәрелеше теркәлмәгән. Ошо хәл килеп тыуған ойошмала үҙенең медицина хеҙмәте эшләй, әлеге ваҡытта был хәлде тикшерә, тип өҫтәнеләр ведомствола.
Рәсәй тимер юлдары компанияһы «Башинформ» агентлығына бер ниндәй ҙә аңлатма бирмәне.
«Дим-2» станцияһы эшселәренең Башҡортостан юлдаш телеканалына биргән интервьюһында һөйләүҙәренсә, етәкселек сысҡандарҙың булыуына һәм тимер юлсыларҙың һорауына ҡарамаҫтан, вагон депоһында кимереүселәрҙен химик эшкәртеү үткәрмәгән. Улар ошо проблема хаҡында администрацияға уҙған йылдың көҙөндә үк еткергән булған. Әммә бер кем дә бер ниндәй ҙә сара күрмәгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика