07:28 (UTC+5), 07 Марта 2017

Башҡортостанда урындағы властар шишмәләрҙе шефлыҡҡа ала

асыҡ сығанаҡ
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостанда ауыл райондары хакимиәттәре урындағы шишмәләрҙе шефлыҡҡа ала. Туймазы районында «Шишмәләрҙе бергәләп таҙартайыҡ!» девизы аҫтында «Минең шишмәм» экологик акцияһы башланды. Муниципалитет хакимиәте башланғысы буйынса туймазыларҙың һәммәһен дә саф һыулы шишмәне һаҡлау акцияһына йәлеп итеү ҡарала. Һәр предприятие, ойошма, учреждение, ғаилә йәки кеше шишмәне шефлыҡҡа ала, уның биләмәһен төҙөкләндерә һәм даими рәүештә уны тәртиптә тота ала. Район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре «үҙҙәренең» шишмәһен Урындағы үҙидара көнөндә таҙарта.
Акция барышында шишмәләрҙең биләмәһен биҙәү һәм һаҡлау өсөн экологик аншлаг һәм мәғлүмәт стендтары конкурстарын үткәреү күҙаллана. Экологик акцияға формаль булмаған, ижади ҡараш халыҡ араһында тәбиғәткә ҡарата ихтирамлы һәм һаҡсыл мөнәсәбәтте пропагандалауға булышлыҡ итәсәк, тип иҫәпләй ойоштороусылар.
Бынан тыш, «Минең шишмәм менән селфи» фотоконкурсы иғлан ителә. Иң яҡшы фотоһүрәттәр район хакимиәтенең рәсми сайтында, «Туймазы хәбәрҙәре» гәзитендә баҫыла, урындағы телевидение аша күрһәтелә. Акция йомғаҡтары буйынса иң әүҙем экологтарға район һабантуйында бүләктәр тапшырыу ҡаралған.
Туймазы районында бөтәһе 500-ҙән ашыу шишмә һәм инеш бар, уларҙы киләсәк быуын өсөн һаҡлау зарур, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика