Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.26
-0.33
99.71
-0.56
86.97
-0.03
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2017, 07:58

Бала тыуғанда 300 мең һумды торлаҡҡа сиратта торған йәш ғаиләләр аласаҡ

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктең үҙ һөнәрҙәрендә уңышҡа өлгәшкән һәм әүҙем йәмәғәт эше менән шөғөлләнгән ҡатын-ҡыҙҙары менән осрашыу барышында бала тыуғанда 300 мең һум күләмендәге социаль түләүгә ниндәй йәш ғаиләләрҙең иҫәп тота алыуын аңлатты.
- Льготалы торлаҡ алыуға сиратта торған йәш ғаиләләргә ярҙам итеү өсөн материаль дәртләндереү сараһы хаҡында ҡарар ҡабул иттек. Сиратта торған бындай йәш ғаиләләр 300 мең һумға ҡәҙәр аҡса аласаҡ, тип уйлайым, – тип хәбәр итте төбәк етәксеһе. – Был ярҙамды тәүге балаһы тыуған бөтәһе лә түгел, ә сиратта торған, торлаҡҡа мохтаждар ғына аласаҡ. Республикала ошондай ике мең самаһы ғаилә иҫәпләнә. Ике мең ғаиләгә балалары тыуғанда торлаҡ һатып алыуға йәки ҡатмарлы кредит килешеүҙәренең бурысын кәметеүгә ярҙам итә алһаҡ, бик яҡшы буласаҡ.
Республика Башлығы хәҙер әлеге ярҙам сараһының Рәсәй Финанс министрлығында килешеү үтеүен билдәләне.
- Һәр йыл башында республика төрлө акцияларға, шул иҫәптән социаль ярҙамға өҫтәмә ресурстар йүнәлтмәйәсәге хаҡында Рәсәй Финанс министрлығы менән килешеү төҙөй. Йәғни һүҙ оптималләштереү, бындай социаль ярҙамды кәметеү тураһында бара, – тине Рөстәм Хәмитов. – Әммә беҙ, демографик хәлдең насарайыуын белә тороп, торлаҡҡа сиратта торған, йәшәү урыны булмаған йәштәргә ярҙам итергә булдыҡ.
Республика етәксеһе бының ғаиләләргә берҙән-бер социаль ярҙам күрһәтеү сараһы түгеллеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Беҙҙә, һис шикһеҙ, күп балалы ғаиләләргә социаль ярҙам итеү буйынса ҙур программа эшләп килә. Икенсе һәм артабанғы балалары тыуғанда ҙур сумма алыуҙы күҙ уңында тотҡан федераль программа бар, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: