02:58 (UTC+5), 06 Марта 2017

Рөстәм Хәмитов: «Эргә-тирә биләмәнең нимә икәнен ҡануни яҡтан беркетергә кәрәк»

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «эргә-тирә биләмә» төшөнсәһен ҡануни яҡтан беркетергә, шулай уҡ биләмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса контроль вәкәләттәрен муниципалитеттарға бирергә кәрәк тип иҫәпләй. Ошо хаҡта ул Урындағы үҙидараны үҫтереү буйынса округ консультатив советы ултырышында белдерҙе.
- Урындағы үҙидара органдарының биләмәләрҙе төҙөкләндереү өлкәһендә контроль вәкәләттәре юҡ. Барыһының да «ерҙә» эшләүе, ҡайһы берҙә магазин, сауҙа нөктәһе хужаларынан эргә-тирә биләмәне тәртипкә килтереүен талап итеү ауыр булыуы аңлашыла, – тине Рөстәм Хәмитов. – Әйткәндәй, был эргә-тирә биләмә ҡануни яҡтан билдәләнмәгән дә. Шуға күрә улар менән ыҙаланабыҙ: «Тәртипкә килтер», тиһәк, «Эшләмәйем, уны ҡала, муниципалитет эшләргә тейеш», тип яуаплайҙар. Был йәһәттән барып: «Таҙарт, йыйыштыр, тәртиптә тот, юғиһә вәкиллек хоҡуғым бар», тип әйтер өсөн урындағы власҡа контроль вәкәләттәрен биреү зарур. Ҡатмарлы осраҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, эргә-тирә биләмәнең нимә икәнен ҡануни яҡтан беркетергә кәрәк.
Республика етәксеһе Оборона министрлығы ҡарамағында булған ябыҡ административ-территориаль берәмектәр мәсьәләләренә лә иғтибар итте.
- Беҙҙә ябыҡ административ-территориаль берәмек бар – Межгорье. Әлеге ваҡытта «Росатом» ҡарамағында булған 10 ябыҡ административ-территориаль берәмектең алтауһында йылдам социаль-иҡтисади үҫешеүсе биләмә булдырыу хаҡында Рәсәй Хөкүмәтенең бойороҡ проекттары әҙерләнә. Ә беҙҙең ябыҡ территориаль берәмек Оборона министрлығына ҡарай, улар 27. Бәлки хәрби ведомстволағы ябыҡ административ-территориаль берәмектәр өсөн идара итеүсе компаниялар булдырыу мәсьәләһен тикшерергә кәрәктер, – тип тәҡдим итте Рөстәм Хәмитов. – Дөрөҫөн әйткәндә, бындай эш системаһын уҙғарыу кәрәклеге килеп етте. Бөгөн ябыҡ административ-территориаль берәмектәр үҙ иркенә ҡуйылған. Беҙ унда хаҡлы-хаҡһыҙ рәүештә ярҙам итәбеҙ, ҡайҙалыр аҡса табабыҙ, нимәлер төҙөргә тырышабыҙ. Әммә быларҙың барыһы ла нормативтар сигендә. Шул рәүешле, беҙгә ябыҡ территориаль берәмектәр йәһәтенән эшләргә кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика