11:38 (UTC+5), 06 Марта 2017

Өфөлә «Трамплин»да канат юлын ремонтлау ваҡыты билдәләнде

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. «Трамплин» туҡталышы янындағы канат юлын быйыл апрель айында ремонтлау ҡаралған. Техник хеҙмәтләндереүҙән тыш канат алмаштырыла. Өфө ҡала Советы рәйесе Валерий Трофимов Дмитрий Медведевтың йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә граждандар менән осрашыуҙа Баҡсасылар ассоциацияһы вәкилдәре менән ремонтлау ваҡытын һәм уға аҡса бүлеүҙе тикшерҙе.
Канат юлы Дудкин, Карпов, Йылҡыбай ҡасабалары янында урынлашҡан баҡса участкалары хужаларына паром аша сығыу урынына барып етергә мөмкинлек бирә. Ҡаланың 2017 йылға бюджеты буйынса асыҡ тыңлауҙарҙа уны ремонтлау мәсьәләһе күтәрелде. Депутаттар баҡсасыларҙың башланғысын хупланы һәм ҡаҙнала төҙөкләндереү өсөн 2 миллион һум аҡса һалды, тип хәбәр иттеләр ҡала Советының матбуғат хеҙмәтендә.
«Канат юлы ҡала округының Транспорт инфраструктураһы менән идара итеү балансында тора. Беҙ уларҙан ремонт эштәрен башҡарыуҙың аныҡ ваҡытын һораныҡ. Рәсми яуап: канатты алмаштырыу һәм башҡа эштәр апрель айына билдәләнгән. Канат юлы навигация башланғас файҙаланыуға тапшырыла. Беҙҙең депутаттар корпусы ошо срокты үтәүҙе контролдә тотасаҡ», — тип аңлатма бирҙе Валерий Трофимов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика