05:45 (UTC+5), 06 Марта 2017

Башҡортостанда Сәләмәт ғәҙәттәр аҙналығы үтәсәк

Олег Яровиков
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостанда 9 марттан 16-һына тиклем Сәләмәт ғәҙәттәр аҙналығы уҙа. Ул белем биреү акцияларынан тора, уларҙың маҡсаты – балаларҙа һәм өлкәндәрҙә бөйөр ауырыуҙарын иҫкәртеү, сәләмәт йәшәү рәүешен булдырыу. Акцияны ойоштороусылар – Башҡорт дәүләт медицина университетының волонтерҙар үҙәге булышлығында «Нефро-лига» төбәк-ара нефрологик пациенттарҙың ижтимағи ойошмаһы әүҙемселәре.
«Нефро-лига»ла хәбәр итеүҙәренсә, Сәләмәт ғәҙәттәр аҙналығы барышында өлкәндәр һәм балалар араһында артыҡ ауырлыҡты профилактикалауға айырым иғтибар бүленәсәк. Башҡорт дәүләт медицина университеты волонтерҙары менән «Нефро-лига» активистары быйыл 9 мартта билдәләнәсәк Бөтә донъя бөйөр көнөнә арналған сәләмәтлек акцияһын республиканың сауҙа үҙәктәрендә, мәктәптәрҙә, медицина учреждениеларында уҙғарасаҡ.
«Сәләмәт ғәҙәттәр аҙналығы» 9 мартта социаль селтәрҙәрҙә материалдар баҫтырыуҙан башлана, 11 мартта Өфөләге «Мега» сауҙа-күңел асыу комплексында «Бөтә кешеләргә сәләмәт бөйөрҙәр» акцияһы уҙа. Нефрологтар балаларҙа һәм өлкәндәрҙә бөйөр ауырыуҙарын иҫкәртеү буйынса халыҡ өсөн бушлай консультациялар уҙғарасаҡ. Кардиологтар менән кәңәшләшергә, анкета тултырыуҙа ҡатнашырға мөмкин буласаҡ. Әүҙемселәр бөйөрҙәрҙең сәләмәтлеген тотоу өсөн бер стакан һыу эсеү кеүек ябау ысул тәҡдим итә. Ҡатнашыусыларға акция символикаһы менән календарҙар, беләҙектәр һәм магниттар бүләк итеү ҡаралған. Әңгәмә барышында табиптар тән ауырлығын нормаға килтереү һәм бөйөр ауырыуҙарын иҫкәртеү өсөн йәшәү рәүешен үҙгәртеү һәм сәләмәт ғәҙәттәр булдырыу буйынса кәңәш бирәсәк. Улар араһында – физик әүҙемлекте арттырыу, етәрлек кимәлдә һыу эсеү, тоҙ ҡулланыуҙы сикләү һәм тәмәке тартыуҙан баш тартыу, артериаль ҡан баҫымын контролдә тотоу.
12 мартта Өфөләге «Президент Отель» ҡунаҡхана комплексында Бөтә донъя бөйөр көнөнә арналған конференция уҙа, ул көндөҙгө 12-лә башлана.
«Нефро-лига» активистары волонтерҙар менән бергә Иглин районының Охлебинин ауылында балалар йортона барасаҡ. Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар «Бөйөрҙәрҙең сәйәхәте» тигән әкиәтте ҡарай аласаҡ. Унда балаларға уйын формаһында сәләмәт йәшәү рәүешенең мөһимлеге һәм бөйөр ауырыуҙарын иҫкәртеү тураһында һөйләнәсәк.
Мәктәп уҡыусылары өсөн һаулыҡты профилактикалау акциялары Өфөнөң белем биреү йорттарында ла уҙасаҡ.
«Быйыл Бөтә донъя бөйөр көнө «Бөйөрҙәр ауырыуы һәм һимереү» көнүҙәк темаһына арналған. Һимереү бөйөрҙәр функцияһының насарайыуына тәьҫир иткән төп факторҙарҙың береһе булыуы – иҫбатланған факт. Күбеһенсә һимереүҙә бөйөр ауырыуҙарына шәкәр диабеты һәм гипертания кеүек хәүеф факторҙары сәбәпсе булып тора. Өлкән кешеләр менән уҙғарған профилактик акцияларыбыҙ барышында барыһын да бер ябай сәләмәт ғәҙәттән үҙ һаулыҡтары хаҡында хәстәрлек күрә башлауҙарына саҡырабыҙ. Йыш ҡына даими нигеҙҙә формалашҡан бәләкәй генә сәләмәт ғәҙәт кешенең йәшәү рәүешен үҙгәртә ала», — тип һөйләне Юрий Кандалов, «Нефро-лига» йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе.
Йәмәғәт ойошмаһы әүҙемселәре бар теләүселәрҙе лә акцияға ҡушылырға саҡыра. Сәләмәт ғәҙәттәр аҙналығы барышында социаль селтәрҙәрҙә #сәләмәтғәҙәттәраҙналығы, #бөйөрҙәреңдеартыҡкилограмдарҙанарындыр, #нефролига хэштегтары менән тән ауырлығын нормаға килтергән фото һәм тарихтар һалырға мөмкин. Быға оҡшаш уңыш тарихтары кешеләрҙе тән ауырлығын кәметеүгә һәм сәмәтлекте профилактикалауға дәртләндерә аласаҡ, тип иҫәпләй «Нефро-лига» активистары.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика