12:25 (UTC+5), 06 Марта 2017

Башҡортостанда Һаулыҡ һаҡлау министрлығы медицина хеҙмәттәре сифаты менән идара итеү системаһын индерә

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы медицина хеҙмәттәре сифаты менән идара итеү системаһын индерә. Пилот проекты сиктәрендә «Росздравнадзор»ҙың Мониторинг үҙәге республиканың төрлө кимәлдәге медицина ярҙамы күрһәткән медицина ойошмаларын тартып алырға ниәтләй. Уларҙа өс йыл буйына сифат менеджменты системаһын төҙөүгә, эске сифат контролен һәм медицина эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеген үҫтереүгә йүнәлтелгән проектты тормошҡа ашырыу ҡаралған. Артабан әҙер моделдәр нигеҙендә Башҡортостандың барлыҡ медицина учреждениелары ла ошо сараларға ҡушыласаҡ.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, Рәсәйҙең «Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү» дәүләт программаһы алдағы йылдарҙа медицина ойошмаларының 95 процентында ошо системаны индереүҙе күҙ уңында тота. 2016 йылда илдең алты төбәге ошо йүнәлештәге пилот проекттарын бойомға ашырҙы. Быйыл республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ла ҡушылды. Ошо көндәрҙә Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм «Росздравнадзор»ҙың Мониторинг үҙәге үҙ-ара килешеп эш итеү хаҡында килешеү төҙөнө.
Ҡул ҡуйылған документ сиктәрендә республиканың медицина ойошмалары вәкилдәре «Медицина ойошмаларында сифат менеджменты системаһын төҙөү. Халыҡ-ара һәм Рәсәй тәжрибәһе» ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнаша. Сара 14-16 мартта Мәскәүҙә уҙа.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика