08:07 (UTC+5), 06 Марта 2017

Башҡортостан йәштәрен «iВолга-2017» форумында ҡатнашырға саҡыралар

pfo.gov.ru сайтынан
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостандың йәш инициативалы кешеләрен Волга буйы федераль округындағы «iВолга-2017» йәштәр форумында ҡатнашырға саҡыралар. V юбилей форумы 14-24 июндә Һамар өлкәһенең Мастрюков күлдәрендә уҙғарыла. Ул Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич етәкселегендә, Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ булышлығында ойошторола.
Ғаризаларҙы ҡабул итеү 1 мартта башланды. Республика буйынса Баш федераль инспекторҙың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, сара Волга буйы төбәктәренән, Рәсәйҙең башҡа федераль округтарынан ике мең самаһы һәләтле йәштәрҙе берләштерә. Сит ил делегацияларының килеүе көтөлә. Франция, Швейцария, Болгария, Ҡытай, Луганск Халыҡ Республикаһы, Донбасс, Приднестровье, Абхазия һәм Көньяҡ Осетияға юбилей форумына саҡырыуҙар ебәрелгән.
Былтырғы кеүек үк форумда 10 тренинг сменаһы эшләй: «Инновациялар һәм техник ижад», «Мәҙәни БУМ», «Тыуған төйәк — ҙур мөмкинлектәр», «МедиаТулҡын», «Патриот», «Изгелек быуыны», «Сәйәсәт», «Спорт һөйөүсе йәштәр — сәләмәт милләт», «Һин — эшҡыуар» федераль сменалары, «iВолга Global» халыҡ-ара сменаһы, инклюзив ҡаласыҡ.
Конкурс шарттарына ярашлы, грант ярҙамына дәғүә иткән проекттарҙы һайлап алыу критерийҙары араһында үҙенсәлеклелек, инновациялы ҡараш, социаль әһәмиәт һәм идеяны тормошҡа ашырыу мөмкинлеге бар. Приз фонды 8 миллион һум тәшкил итә, шулай уҡ федераль ҡаҙнанан ярҙам ҡаралған.
Ҡулланыусыларҙың уңайлығы өсөн форумдың рәсми сайты яңыртылған, хәҙер ҡатнашыусылар реаль ваҡыт режимында шәхси кабинеттарында проекттарын тамамлай ала. Сайтта интерактив карта урынлаштырыла һәм спикерҙар сығышының онлайн-трансляцияһы алып барыла.
«iВолга» майҙансыҡтарында бик ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле фекер алышыуҙар, оҫталыҡ кластары үтә. Хәҙер беҙ ошо уникаль контентты күрһәтә алабыҙ», — тип билдәләне «iВолга-2017» директоры Кристина Попова.
Экология төп темаларҙың береһе булыр тип күҙаллана. Ҡатнашыусыларҙы теркәү проекттың рәсми сайтында 15 майға тиклем бара.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика