10:28 (UTC+5), 03 Марта 2017

Төбәктә ВИЧ-инфекциялы ҡатындарҙан 3,5 мең самаһы сабый тыуған

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 1997-2017 йылдарҙа Башҡортостанда ВИЧ-инфекциялы ҡатындарҙан 3478 мең, шул иҫәптән быйыл 66 сабый тыуған. 15 йәшкә тиклемге 208 бала иҫәптә тора. СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәгендә ошондай мәғлүмәт килтерелде.
Үҙәк белгестәре билдәләүенсә, әгәр ҡатын-ҡыҙ ваҡытында диспансер иҫәпкә торһа һәм дарыуҙар ҡабул итһә, ҡарындағы баланың ВИЧ йоҡтороу ихтималлығы бик түбән.
Башҡортостанда 19 меңгә яҡын ВИЧ сирле йәшәй, шуларҙың 12 мең самаһы — ир-егеттәр, ете меңдән ашыуы — ҡатын-ҡыҙҙар. ВИЧ-инфекциялы ҡала халҡы араһында 10,6 мең кеше, ауыл ерендә — 5,7 мең, Федераль яза башҡарыу хеҙмәте учреждениеларында — 1775 кеше, аныҡ йәшәү урыны булмаған кешеләр — 700.
Республика халҡының зарарланыу күрһәткесе — 100 000 халыҡҡа 464,4 (Рәсәй — 541,8; Волга буйы федераль округы 558,3), Өфөлә — 100 000 халыҡҡа 548,7 (6123 кеше).
2017 йыл башынан төбәктә 464 ВИЧ-инфекциялы асыҡланған, шул иҫәптән 294 ир-егет һәм 170 ҡатын-ҡыҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика