09:22 (UTC+5), 03 Марта 2017

Төбәк халҡын Нөгөш ауылында балыҡ тотоу фестиваленә саҡыралар

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 5 мартта Башҡортостан халҡын Нөгөш ҡасабаһындағы Йылы күлендә «Башҡортостан» милли паркы хакимиәте ойошторған балыҡ тотоу фестивалендә ҡатнашырға саҡыралар.
Ярыш ике этапта үтә. Бәйге шарттары буйынса бер ҡатнашыусы тик ике мәке менән ҡуллана ала, балыҡсыларҙың араһы биш метрҙан кәм булмаҫҡа тейеш. Бер ырғаҡлы ҡармаҡҡа ғына балыҡ тоторға мөмкин. Мотобырыу, эхолот, күсмә һәм стационар палаткалар ҡулланыу тыйыла.
Тотолған балыҡтың ауырлығы буйынса еңеүселәр билдәләнәсәк. Ирҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар, йәштәр араһында иң яҡшы балыҡсы асыҡланасаҡ, «Иң эре балыҡ» номинацияһы ҡаралған. Призерҙар өсөн милли парк резина кәмәләр, палаткалар, балыҡ тотоу кәрәк-яраҡтарын әҙерләгән. Еңеүселәр фестиваль бағыусыларынан «Иштуған» һәм «Башҡорт кәзәһе» ҡунаҡ йорттарында йәшәүгә сертификаттар менән бүләкләнәсәк.
Көн дауамында фестивалдә ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы балыҡ һурпаһы, эҫе сәй менән һыйлаясаҡтар, бушлай ҡаргиҙәрҙә һәм атта йөрөтәсәктәр, тип хәбәр итте ойоштороусылар. Балалар өсөн конкурстар һәм викториналар әҙерләнгән. Фестивалдә ҡатнашыу өсөн «Башҡортостан» милли паркы хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика