07:07 (UTC+5), 03 Март 2017

Республикала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дауыл хәүефен иҫкәртә

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дауыл хәүефен иҫкәртә. Йома, 3 мартта, төбәктә урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуыуы көтөлә, тип хәбәр итә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы, Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә һылтанып. Юлдарҙа төндә һәм иртә менән боҙлауыҡ була. Ел көньяҡтан секундына 7-12 метр. Көндөҙ ҡапыл иҫкәндә секундына 13-18 метрға тиклем етеүе ихтимал. Һауа температураһы төндә -3,-8 градус, көньяҡ-көнсығыш буйынса -15-кә ҡәҙәр, көндөҙ -1,+4 тәшкил итә.
Юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында боҙлауыҡ булыуы, төндә һәм иртәнсәк томан төшөүе фаразлана, тип иҫкәрттеләр ведомствола. 500-1000 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында водителдәргә автомобиль транспорты ҡар һырынтыһында һәм боҙлауыҡта хәрәкәт итергә техник яҡтан әҙер булмағанда сыҡмаҫҡа, үтә иғтибарлы булырға, хәүефһеҙ ара тоторға һәм хәүефһеҙ тиҙлек режимын һайлау хаҡында онотмаҫҡа кәңәш итәләр. Тәжрибәһе булмаған автоһәүәҫкәрҙәргә руль артына ултырмау зарур. Трассаға сыҡҡанға тиклем резинаның юл япмаһы шарттарына тап килеүен тикшерергә кәрәк. Йәйәүлеләр юл аша сыҡҡанда абай булырға тейеш.
Ел көсәйгән осраҡта бинанан сыҡмаҫҡа, ер аҫты үткәүелдәрендә йәки подъездарҙа йәшенергә кәңәш ителә. Көслө елдән йорт стеналары янында йәшенергә ярамай, сөнки ҡыйыҡтан шифер һәм башҡа материал киҫәктәренең төшөүе мөмкин. Шулай уҡ электр линиялары, туҡталыштар, реклама таҡталары, төҙөлөп бөтмәгән биналар, ағастар тирәһенән алыҫыраҡ йөрөргә кәрәк. Электр тапшырыу линиялары аҫтында тороу һәм өҙөлгән электр сымдарына яҡын барыу ғүмер өсөн хәүефле. Дауыл осоронда электр селтәрҙәре һәм ҡорамалдарҙың, йәшәгән йорттарҙа йылытыу мейестәренең торошон тикшерергә, эске һәм тышҡы янғынға ҡаршы һыу тәьминәтенең, телефон элемтәһенең төҙөклөгөн булдырырға, янғынға ҡаршы кәрәкле инвентарҙы әҙерләргә кәңәш ителә.
Электр селтәрҙәрендә көсөргәнешлек үҙгәргәндә янғын сыҡмаһын өсөн бөтә көнкүреш приборҙарының шнурын розетканан тартып алыу зарур.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика