06:56 (UTC+5), 03 Марта 2017

Өфөлә ил төбәктәре вәкилдәре ветеринария мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 19 апрелдә Өфөлә ветеринария өлкәһендә ил субъекттары башҡарма власть органдары етәкселәренең Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе уҙа. Кәңәшмә 19-21 апрелдә Конгресс-холда үтәсәк VII Халыҡ-ара ветеринария конгресы барышында ойошторола.
Конгресс Евразия иҡтисади союзы киңлегендә ветеринария өлкәһендә төп сара булып иҫәпләнә. Дәүләттең әүҙем ярҙам күрһәтеүе һәм Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы, Россельхознадзор, сит илдәр һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәрендәге баш дәүләт ветеринария инспекторҙарының ҡатнашыуы конгресҡа юғары статус өҫтәй. Сараға сит илдәрҙән һәм Рәсәйҙән сығыш яһаусылар саҡырылған, улар араһында 20-нән ашыу дәүләттән ғалимдар һәм административ ветеринария органдары вәкилдәре бар.
Журналистар өсөн матбуғат конференцияһын уҙғарыу күҙаллана. Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов, республика Ветеринария идаралығы начальнигы — Башҡортостандың баш дәүләт ветеринария инспекторы Вәкил Буранбаев, Рәсәй ветеринария ассоциацияһының башҡарма директоры Сергей Лахтюхов спикер буласаҡ.
Өфөлә VII «Берҙәм донъя — берҙәм сәләмәтлек» халыҡ-ара ветеринария конгресын үткәреү тураһында ҡарар былтыр апрелдә Сочиҙа ошондай уҡ конгреста ҡабул ителгәйне. Башҡортостандың үҫеш өсөн ҙур ҡеүәткә эйә булған агросәнәғәт секторы, уның инвестиция йәлеп итеүсәнлеге, шулай уҡ эпизоотик именлеге республиканы ветеринарҙар конгресын үткәреү урыны итеп һайлағанда мөһим роль уйнаны.
Тулыраҡ мәғлүмәт — конгрестың сайтында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика