11:09 (UTC+5), 03 Марта 2017

Башҡортостанда стоматологтар 100-ҙән ашыу пациентта ауыҙ ҡыуышлығы яман шешен асыҡлаған

Андрей Старостин
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Былтыр Башҡортостанда 102 пациентта ауыҙ ҡыуышлығы яман шеше диагнозы раҫланған. 34 кешелә сир аҙған, тип билдәләнде республика стоматология хеҙмәтенең йомғаҡлау кәңәшмәһендә. Шуға бәйле стоматологтар халыҡҡа яңаҡ-йөҙ онкология сирҙәренең таралыу хәүефе тураһында мәғлүмәт еткереү буйынса эште көсәйтеү кәрәклеген билдәләне. Белгестәр шеште иртә асыҡлау өсөн табипҡа ваҡытында мөрәжәғәт итеүҙең зарурлығын һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Әлеге ваҡытта республиканың стоматология хеҙмәтенә 116 дәүләт медицина ойошмаһы ҡарай. Унда 1400-гә яҡын табип-стоматолог һәм 410 теш табибы эшләй. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш стоматологы Рөстәм Дөмәйев әйтеүенсә, уҙған йылдар менән сағыштырғанда стоматологтарҙың һаны артҡан.
2016 йылда пациенттар стоматологтарға һәм теш табиптарына 3138,8 мең тапҡыр мөрәжәғәт иткән. Мотлаҡ медицина страховкаһының территориаль фонды мәғлүмәттәре буйынса, былтыр «стоматология» йүнәлеше буйынса 1,5 миллиард һум үҙләштерелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика