03:17 (UTC+5), 03 Марта 2017

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналистары үҙ урындарын «Тамыр» балалар телеканалынан йәш хеҙмәттәштәренә бирҙе

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы эфирынан скриншот
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 2 мартта Өфөлә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналистары «Тамыр» балалар телеканалынан йәш хеҙмәттәштәре менән бер көнгә ролдәр менән алмашынды. Был акция «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалының 25 йыллығына арналды.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһының бөтә тапшырыуҙарында ла тиерлек алып барыусылар сифатында алты йәштән 14-кәсә телестудия тәрбиәләнеүселәре сығыш яһаны. «Сәләм», «Бәхетнамә», «Бәхетле сәғәт», «Интервью» һәм хатта «Телеүҙәк» программаһын «Тамыр»ҙың «Тау-тау хәбәр», «Сәңгелдәк», «Был беҙ!», «Сулпылар», «Физра» проекттарының йәш таланттары алып барҙы.
12 йәшлек Айгиз Хәсәнов Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тамашасыларын төбәк яңылыҡтары менән таныштырыу бурысын бик уңышлы башҡарҙы. Үҙ сиратында, алып барыусылар Евгений Романов, Таһир Вәхитов, Гүзәл Әхмәтйәрованы «Тау-тау хәбәр» балалар тапшырыуын ҡараусылар күрә алды. Башҡорт телендә «Интервью» тапшырыуын «Тамыр»ҙың тәжрибәле йәш журналисы Наҙгөл Шәрәфетдинова алып барҙы. Ул һорауҙарын «Төньяҡ амурҙары» патриотик клубы етәксеһе урынбаҫары Юлай Ғәйнуллинға бирҙе. «Телеүҙәк»тә 10 йәшлек Александр Абрашин Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты Эльвира Айытҡолова менән әңгәмә ҡорҙо. Башҡорт телендәге «Телеүҙәк»тә тура эфирҙа 13 йәшлек Азамат Ҡарабулатов эшләне. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы алып барыусыһы Зөһрә Рәхмәтуллинаның әйтеүе буйынса, йәш телевидение йондоҙҙары ҙур студияла үҙҙәрен иркен тота, һөнәргә ихлас ҡыҙыҡһыныу менән ҡарай һәм өлкән хеҙмәттәштәренә лайыҡлы алмаш булып үҫә.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһында Балалар көнө дауамында студияның хәҙер инде өлкәнәйгән тәүге алып барыусы балалары менән «Тамырҙа эшләнгән» проектын, «Шүлгәнташ» әкиәт фильмын һәм бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстарҙа призлы урындар яулаған тапшырыуҙар күрһәтелде.
Шулай уҡ үҙҙәренең юбилейы хөрмәтенә «Тамыр»ҙар «Родина» кинотеатрында сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн фильм күрһәтте. Байрам көнө «Өфө уттары» күңел асыу комплексында мәктәп дискотекаһы менән тамамланды.
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика