08:06 (UTC+5), 02 Марта 2017

Республикала географияны иң яҡшы белеүселәр Туймазы районында йәшәй

Евгения Сюткина
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Уҙған йылдың 20 ноябрендә илебеҙ халҡы икенсе тапҡыр Бөтә Рәсәй географик диктантында ҡатнашты. Яңыраҡ географияны яҡшы белеүселәрҙең исемдәре билдәле булды. Туймазы районынан 4-се урта белем биреү мәктәбенең география уҡытыусыһы, «Раймантау» географик клубы етәксеһе Игорь Данилко һәм Әгертамаҡ ауылы урта белем биреү мәктәбенең география уҡытыусыһы Земфир Ғирфанов диктантты бер хатаһыҙ 100 балға яҙған. «Транснефть-Урал» акционерҙар йәмғиәте мастеры Рәмзил Миңлеәхмәтов һәм «Нефтегазпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте слесары Илгиз Зарипов 91-шәр балл йыйған. Бөтә еңеүселәр ҙә Рус география йәмғиәтенең дипломдары һәм Камил Йыһаншиндың «Алдан алтыны» китаптары менән бүләкләнде, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтендә.
Башҡортостан «Бөтә Рәсәй географик диктанты» акцияһында ҡатнашыусылар һаны буйынса былтыр икенсе урын алды. Төбәктәге 104 майҙансыҡта алты меңдән ашыу кеше география буйынса белемен тикшерҙе. Республикабыҙҙан иң йәш ҡатнашыусы – баш ҡалалағы 102-се гимназияның алтынсы класс уҡыусыһы Ғәлим Измайлов. Ул 90-100 балл йыйған. Иң өлкән еңеүсе – Өфөнән туғыҙынсы тиҫтәһен тултырған Тамара Петрова.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика