12:01 (UTC+5), 02 Март 2017

Өфөлә «Йыһанда тәүге» акцияһы үтте

ӨФӨ, 2017 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Өфөлә «Йыһанда тәүге» акцияһы үтте. Уҡыусылар һәм уҡытыусылар Советтар Союзы Геройы, Дәүләт Думаһы комитеты рәйесе урынбаҫары, «Берҙәм Рәсәй»ҙең Юғары советы ағзаһы Валентина Терешкова өсөн ҡотлау открыткаларын яҙҙы. Уҡыусыларҙың ата-әсәләре билдәләүенсә, Валентина Владимировна өлкән быуынға өлгө булды, һәм легендар ҡатындың шәхесе әле һаман рәсәйҙәрҙе рухландыра.
Партияның төбәк бүлексәһендә хәбәр итеүҙәренсә, акцияла ҡатнашҡан уҡыусылар алдында ветеран, полковник Вячеслав Васильев һәм «Байконур» космодромының ветерандар советы рәйесе Николай Еськов сығыш яһаны. Улар йыһанды яулау дәүере хаҡында һөйләне һәм Валентина Терешкова менән аралашыуҙан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Осрашыуға Өфөләге Гагарин үҙәге вәкиле Сергей Каменев саҡырылғайны, ул уҡыусыларҙы республикала илебеҙ космонавтикаһы өсөн кадрҙар әҙерләү программаһы менән таныштырҙы. Осрашыу һуңында йыһанды яулаусылар йәштәр уларҙың данлы юлын дауам итер тигән ышаныс белдерҙе.
Башҡортостанда теләгән һәр кем Валентина Терешкованы 80 йәшлек юбилейы менән ҡотлай ала. Бының өсөн Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесенең төбәк йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә махсус открытка тултырырға кәрәк. #ЙыһандаТәүге билдәһе менән «Эй! Күк! Эшләпәңде сис!» акцияһы 3 мартҡа тиклем дауам итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика