05:46 (UTC+5), 02 Марта 2017

Башҡортостанда «Йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы бара

Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостанда «Йыл уҡытыусыһы-2017» XXVII республика конкурсы бара. Уның тәүге этабы 21 февралдә старт алды.
«Дәрес» тигән конкурс эшенән башланған һөнәри оҫталыҡ марафонында 152 уҡытыусы ҡатнаша. Уларҙың 61-е «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2017» исеменә көс һынаша, 31-е – иң яҡшы урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы исеменә, 23-ө – «Иң яҡшы татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы»на һәм 37 ҡатнашыусы – «Йәш йыл уҡытыусыһы-2017» конкурсында», — тип билдәләне Башҡортостан Мәғариф Министрлығының дөйөм белем биреү өлкәһендә дәүләт сәйәсәте бүлеге етәксеһе Салауат Сибәғәтов.
Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың конкурс дәрестәре ғәҙәти булмаған алым, педагогтарҙың үҙенсәлекле фекер йөрөтөүе, юғары һөнәри оҫталыҡ кимәле менән айырыла.
«Йыл уҡытыусыһы-2017» конкурсы 3 апрелдә республиканың Мәғарифты үҫтереү институтында асыла.
Конкурстың ойоштороусылары – республиканың Мәғариф министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институты, Рәсәй Федерацияһы халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәренең республика профсоюз ойошмаһы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика