07:23 (UTC+5), 02 Марта 2017

Баш ҡалала Аксаков премияһына дәғүә итеүгә эштәр ҡабул итеү башланды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә С.Т. Аксаков исемендәге ҡала премияһына дәғүә итеүгә эштәр ҡабул итеү башланды. Конкурста юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары ҡатнаша ала, тип хәбәр иттеләр ҡала Советының матбуғат хеҙмәтендә. Эштәр С.Т. Аксаковтың мемориаль йорт-музейында 1 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Адресы: З.Рәсүлев урамы, 4.
Студенттар өсөн С.Т. Аксаковтың тормошо һәм ижады менән бәйле иң яҡшы ғилми-тикшеренеү эше, иң яҡшы ғәмәли эш, иң яҡшы мәғрифәтселек эше номинациялары ҡаралған.
Эштәрҙе ҡаланың төп юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары ингән эксперт комиссияһы баһалай. Конкурс комиссияһы иң яҡшы эш авторҙарын бүләкләү өсөн Өфө ҡала Советы Президиумына тәҡдим итә.
Юғары уҡыу йорттары студенттары араһында еңеүселәргә — 10 мең һум күләмендәге дүрт премия, урта махсус уҡыу йорттары уҡыусылары араһында еңеүсегә һигеҙ мең һум күләмендәге премия тапшырыла. Бынан тыш, студенттары бер нисә тапҡыр премия лауреаттары булған ғилми етәкселәрҙең береһен бүләкләү ҡаралған. Конкурс лауреаттарын бүләкләү тантанаһы сентябрь аҙағында XXVII Халыҡ-ара Аксаков байрамы барышында үтә.
1992 йылда Өфө ҡала Советы депутаттары һәләтле йәштәрҙе дәртләндереү маҡсатында Аксаков премияһын булдыра. Тәүҙә ул стипендия булараҡ тапшырылһа, 2006 йылдан премия статусын ала. Йыл һайын бәйгелә гуманитар һәм техник уҡыу йорттары студенттары ҡатнаша. Быйыл конкурс һәм премия 25 йыллыҡ юбилейын билдәләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика