Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
89.82
+0.12
99.72
+0.52
71.06
-1.63
10+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Март 2017, 15:40

8 март алдынан баш ҡалала күп балалы әсәләргә «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 8 март алдынан Өфөлә республиканың 44 күп балалы әсәләренә «Әсәлек даны» миҙалы һәм аҡсалата премия тапшырылды. Наградаларҙы тапшырыу тантанаһы 2 мартта Республика йортонда үтте. Әсәләрҙе Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Салауат Сәғитов тәбрикләне.
«Әсәлек даны» миҙалы Башҡортостанда 1998 йылдан тапшырыла. Дәүләт наградаһына биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән өлгө булырҙай ҡатын-ҡыҙҙар тәҡдим ителә. Бөгөн төбәктә ете меңдән ашыу гүзәл зат ошо маҡтау билдәһе менән бүләкләнгән. Миҙал менән бергә һигеҙ мең һумға яҡын аҡсалата премия бирелә.
Бүләкләнеүселәр араһында республиканың 18 районы вәкилдәре һәм Өфөнән дүрт ҡатын-ҡыҙ бар. Һатыусылар, машина менән һауыу операторҙары, иҡтисадсылар, балалар баҡсаһы тәрбиәселәре — ҡатын-ҡыҙҙар ниндәй генә һөнәр эйәһе булмаһын, улар әсә булыуҙы үҙҙәренең төп бурысы тип һанай. Һәр береһенең тарихы, ғаилә тәртибе һәм тормошҡа ҡарашы үҙенсә. Өфөнән Лилиә Ныцалованың ғаиләһе ҡатнаш, ул үҙе сиған, ире — чечен. Ата-әсә ике ҡыҙын һәм өс улын ислам дине, милли йолалар нигеҙендә тәрбиәләй, әммә тәү сиратта барыһы ла ышанысҡа һәм һөйөүгә ҡоролған. Күп балалы әсә әйтеүенсә, биш баланы тәрбиәләү ауыр, етәүләшеп ҡуртымға алынған фатирҙа торалар. Дәүләт күп балалы ғаиләләргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙа ярҙам күрһәтһә, һәйбәт булыр ине, тип иҫәпләй ул.
«Һеҙгә яҙҙың тәүге көндәрендә награда тапшырыу айырыуса ҡыуаныслы, — тип ҡотланы ҡатын-ҡыҙҙарҙы Салауат Сәғитов. — Һеҙ бер-ике һәм унан да күберәк балаға ғүмер бүләк итәһегеҙ. Бөгөн ҡиммәттәр үҙгәрә, ҡатын-ҡыҙҙар 27 йәш тирәһендә генә тәүге балаһын таба. Күптәр өсөн ғаилә һәм балалар түгел, карьера һәм матди ҡиммәттәр төп урынды биләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла бала тапҡан өләсәйҙәребеҙҙе миҫалға килтерергә мөмкин. Һеҙ ошо быуын кеүек үк, хәстәрлектәргә һәм мәшәҡәттәргә ҡарамаҫтан, ғүмер биреүҙе, бала табыуҙы тәүге урынға ҡуяһығыҙ. Шуның өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт әйтке килә. Һеҙҙең кеүек ҡатын-ҡыҙҙар булғанда, илебеҙ сәскә атасаҡ».
«Төбәктә социаль ярҙам саралары тормошҡа ашырыла. Тәүгеһе — беренсе балалары тыуған йәш ғаиләләргә торлаҡ һатып алыу өсөн 300 мең һум аҡса түләү. Икенсе һәм артабанғы балалар тыуғанда ғаиләләргә булышлыҡ итеү өсөн «Әсәлек капиталы» программаһы бар. Әлеге ваҡытта һеҙгә балаларҙы, Рәсәй һәм Башҡортостан граждандарын үҫтереү еңелерәк булһын өсөн күп балалы ғаиләләргә ярҙам буйынса саралар әҙерләнә», — тип өҫтәне вице-премьер.
Читайте нас: