18:15 (UTC+5), 01 Марта 2017

Яман шеште иртә стадияла асыҡлау өсөн диагностикалау процесына робот техникаһын индерергә кәрәк — Шамил Ганцев

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Яман шеште һәм башҡа сирҙәрҙе иртә стадияла асыҡлау өсөн медицинала заманса юғары технологиялы ҡорамалды ҡуллана башларға кәрәк, тип иҫәпләй билдәле онколог, Рәсәй Йәмәғәт палатаһының Фән һәм мәғарифты үҫтереү буйынса комиссия ағзаһы Шамил Ганцев. Өфөлә Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ойошторған түңәрәк өҫтәлдә эксперттар инновациялы технологияларҙы ғилми лабораториялар эшенә индереү зарурлығын тикшерҙе.
Мәскәүҙең һәм Санкт-Петербургтың инновациялы лаборатор ҡорамалдар өлкәһендәге белгестәре бер нисә яңы эшен тәҡдим итте. Диагностика медицинаһында һуңғы һүҙ — масс-спектрометрҙарҙың барлыҡҡа килеүе һәм файҙаланыу. Масс-спектрометрияны ҡулланыу даирәһе киң: кешене быға тиклем дауалап булмаған ауырыуҙарҙан ҡотҡарыу өсөн яңы дарыуҙар уйлап табыу, дарыуҙар етештереүҙе контролдә тотоу, генлы инженерия һәм биохимия, токсик препараттарҙы криминалистик һәм клиник анализлау, шартлатҡыс матдәләрҙе тикшереү.
«Заманса медицина бер урында тормай, киләсәк — робот техникаһы индерелгән медицинала, — тине Шамил Ганцев. — Донъя күләмендәге технологик башланғыс тормошҡа ашырылған, приборҙар эшләй. Ҡайһы бер дәүләттәр уларҙы һатып алыу мөмкинлегенә эйә, әлегә беҙҙең ундай мөмкинлегебеҙ юҡ. Әгәр Японияла яман шеште башланғыс, беренсе стадияла асыҡлаһалар, беҙҙә икенсе-өсөнсөлә генә. Был — етди сәйәси мәсьәлә. Хәҙер сирҙе беренсе стадияла асыҡлау бурысы тора. Ошондай ҡорамал ҡулланылһа, быға билдәләнгән сроктан — 2030 йылдан алдараҡ өлгәшергә мөмкин. Онкологияны шунда уҡ яңыртырға ярамай, беҙҙә иҫкергән система, ябайҙан башларға кәрәк. Мәҫәлән, Башҡортостанда биобанкинг — ошо технологияларҙы индереү өсөн биологик препараттар банкын булдырыу зарур».
Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса тәҡдимдәр ҡабул ителде. LifeScience өлкәһендә яңы технологияларҙы файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеген өйрәнеү буйынса эшсе төркөм ойоштороу, Өфө дәүләт нефть техник университетында ҡаралған өлкәлә яңы технологияларҙың пилот ғилми лабораторияһын булдырыу мөмкинлеген асыҡлау, Башҡортостан онкологтарына яман шештең төрлө формаларын иртә асыҡлау өсөн хроматомасс-спектрометрҙарҙы һынауҙа ҡатнашыу.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика