07:42 (UTC+5), 01 Март 2017

Республика студенттарының Венгрияла уҡыу мөмкинлеге бар

Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 2017-2018 уҡыу йылдарына «Stipendium Hungaricum» стипендия программаһына ғаризалар 5 мартҡа тиклем ҡабул ителә.
Венгрияла венгр йәки инглиз телдәрендә уҡыу программаһы буйынса Рәсәй студенттары өсөн йәмғеһе 200 грант бүленә. Уҡыу бушлай. Бынан тыш, айлыҡ стипендия түләнә, дөйөм ятаҡта урын бирелә йәки ҡуртымға алған бүлмәлә йәшәү өсөн аҡса түләнә, медицина страковкаһы бүленә.
Был программа Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы менән Венгрияның Социаль ресурстар министрлығы араһында төҙөлгән Килешеү нигеҙендә ғәмәлгә ашырыла, тип хәбәр иттеләр «Фин-уғыр» мәғлүмәт үҙәгендә.
Мәғлүмәт партнеры – «Рәсәй Федерацияһының фин-уғыр мәҙәни үҙәге» В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй Дәүләт халыҡ ижады йорто филиалы.
Программа хаҡында мәғлүмәт бында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика