04:31 (UTC+5), 01 Марта 2017

Өфөлә Табын ырыуы башҡорттары съезд уҙғарҙы

Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Уҙған шәмбе Өфөлә башҡорт халҡының иң ҙур ырыу берләшмәләренең береһе – Табын ырыуы вәкилдәренең дүртенсе съезы үтте. Башҡортостандың ойошторолоуына 100 йыл тулыуға арналған форум эшендә республиканың 11 районы, шулай уҡ Ырымбур, Һамар, Һарытау, Ҡурған һәм Силәбе өлкәләре делегаттары ҡатнашты.
Съезд эше башланғанға ҡәҙәр шәжәрә байрамы ойошторолдо. Унда бөтә төбәк делегациялары һәм форум ҡунаҡтары ҡатнашты. Тәтешле районынан башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙың шәжәрәһе байрамға килгәндәрҙә айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятты. Ғафури, Учалы, Ҡырмыҫҡалы райондарының күргәҙмә материалдарын жюри шулай уҡ юғары баһаланы. Делегация етәкселәренә Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының Башҡарма комитетынан Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Байрамда Табын ырыуы вәкилдәренең оҫталығын һынландырған халыҡ кәсептәренең эштәре күрһәтелде. Өфөләр халыҡ оҫталарының ҡул эштәре менән ҡыҙыҡһынып ҡына ҡалмай, үҙҙәренә 8 март алдынан бүләк тә яһай алды.
Башҡортостан Республикаһы Милли архивы ойошторған архив документтар күргәҙмәһе делегаттарҙы һәм съезд ҡунаҡтарын үтә ҡыҙыҡһындырҙы. Архив хеҙмәтенең баш белгесе Әбүзәр Әбүзәров Башҡорт автономлы республикаһының барлыҡҡа килеүенә һәм ойошторолоуына тәүге аҙымдар хаҡында һөйләүсе документтар менән таныштырҙы.
Форумда «Башҡорт этносында Табын ырыуының урыны һәм роле» тигән доклад менән тарихи фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Булат Аҙнабаев сығыш яһаны.
Съезд башҡорт халҡының социаль-иҡтисади һәм мәҙәни-рухи тормошо аспекттарына ҡағылған резолюцияны ҡабул итте. Йәйгеһен республика райондарының береһендә йәштәр һабантуйын һәм шәжәрә байрамын ойошторорға ҡарар ителде. Делегаттарҙың фекеренсә, ул йәштәрҙә үҙ тамырҙарҙын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләүгә йоғонто яһаясаҡ. Шул ваҡытҡа «Табын ырыуының билдәле шәхестәре» исемле тарихи брошюраны сығарыу күҙаллана.
Форум делегаттары «Табын ырыуы» ижтимағи ойошма идараһын һайланы. «Башҡортостан Республикаһы Милли архивы» дәүләт учреждениеһы директоры урынбаҫары, яҙыусы һәм журналист, йәмәғәт эшмәкәре Ниязбай Сәлимов табындарҙың етәксеһе булып китте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика